Иҡтисад
17 Май 2024, 11:10

Ҡытайҙар Өфөлә электр ҡорамалдары заводы асмаҡсы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 15-18 майҙа республиканың рәсми һәм эшлекле делегацияһы Ҡытайҙа эшләй.

Ҡытайҙар Өфөлә электр ҡорамалдары заводы асмаҡсыҠытайҙар Өфөлә электр ҡорамалдары заводы асмаҡсы
Ҡытайҙар Өфөлә электр ҡорамалдары заводы асмаҡсы

Ҡытай эшҡыуарҙары Өфө эргәһендә демонстрация зонаһын һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы етештергән электр-техник ҡорамалдар келәтен асырға планлаштыра. Был хаҡта Харбинда Башҡортостан делегацияһының «Чжунго Хуахуэй Дяньци Цзитуань» акционерҙар компанияһы идараһы рәйесе Цай Ханлинь менән осрашыуында әйтелде.

Яҡтар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Цай Ханлинь компанияһына республика баҙарына сығыу буйынса проектын бойомға ашырғанда махсус льготалар һәм ярҙам саралары биреү мөмкинлеген тикшерҙе.

Цай Ханлинь әфәнде үҙ предприятиеһын Башҡортостанда урынлаштырыу менән ҡыҙыҡһыныуын, проектты тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтергә теләүен, бының өсөн быйыл 20 майҙа уҡ Өфөгә яуап визиты менән килергә ниәтләүен белдерҙе. 

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23911/

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас