Ҡытай Халыҡ Республикаһына эш сәфәрендә Башҡортостан делегацияһы РФ-тың Ҡытай менән сиктәш төбәктәре губернаторҙары менән бергә Хэйлунцзян провинцияһы парткомының Беренсе секретары Сюй Цинь менән осрашыуға саҡырылды. Унда ике илдең иҡтисади хеҙмәттәшлегенең төп йүнәлештәре, шул иҫәптән Хэйлунцзян провинцияһы менән хеҙмәттәшлектең үҫеше, тикшерелде. Осрашыуҙа Башҡортостан менән Хэйлунцзян провинцияһы партнерлығын сифатлы яңы этапҡа баҫтырырҙай бер нисә килешеүгә өлгәшелде.
- Ҡытай – беҙҙең республиканың беренсе һанлы партнеры. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса беҙҙең менән тышҡы сауҙа әйләнешендә Ҡытайҙың өлөшө - 25 процент. Хеҙмәттәшлектә бөтә ҡеүәтте тулыһынса файҙаланмайбыҙ тип иҫәпләйем. Шуның өсөн өсөнсө инде көн ҙур делегация менән был илдә эшләйбеҙ, беҙҙең менән бергә төбәктәрҙең компания вәкилдәре, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Андрей Назаров коллегаларына Башҡортостандың потенциалы тураһында һөйләне. Башҡортостан – Рәсәйҙең көслө индустриаль һәм аграр төбәге. Уның иҡтисады күп профилле – авиа- һәм автомобиль төҙөү, ҡара һәм төҫлө металлургия, нефть эшкәртеү, химия сәнәғәте, ағас эшкәртеү һ.б. Төбәк ҙур транспорт-логистик үҙәк булып та тора, был Ҡытай менән бергә һөҙөмтәле инфраструктура булдырыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яңы мөмкинлек булыуын билдәләне Премьер-министр.
Хэйлунцзян провинцияһы парткомының Беренсе секретары Сюй Цинь Башҡортостанға Рәсәй-Ҡытай хеҙмәттәшлеген үҫтереүҙә, бигерәк тә ике төбәктең үҙ-ара эш итеүен киң йәйелдереүҙә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Артабан Андрей Назаров Башҡортостанда инвесторҙарға ярҙам тураһында ентекле һөйләне, эшлекле һәм эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы мөхит сифаты буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында тәүге бишәү иҫәбенә инеүен билдәләне.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23922/