Харбинда Башҡортостандың Вәкиллеген асыу мөмкинлеге тикшерелде
Ҡытайҙың Хэйлунцзян провинцияһының төньяҡ-көнсығыш баш ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы вәкиллеген асыу мөмкинлеге тикшерелде. Осрашыуҙа Башҡортостан вәкилдәре һәм Хэйлунцзян провинцияһы вице-губернаторы Чжан Аньшунь ҡатнашты.
- Урындағы властың һәм бизнестың беҙҙең сифатлы тауар менән тәьмин итеүҙе арттырыуҙа ҡыҙыҡһыныуҙарын күрәбеҙ. Харбиндағы Вәкиллек беҙҙең етештереүселәргә урындағы эшлекле йәмғиәт менән бәйләнеште яйларға һәм һатыуҙы киңәйтергә ярҙам итәсәк, - тип иҫәпләй Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Ҡытай яғы башҡортостандарҙың был тәҡдимен хуплап ҡабул итте. Барлыҡ мәсьәләләрҙе тикшергәндән һуң юридик һәм ойоштороу эштәренә тотоноу хәл ителәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Ҡытайҙа 15 майҙан 18 майға тиклем.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23923/