Иҡтисад
20 Май 2024, 11:00

Мәскәү эшҡыуарҙары «Урал аръяғы-2024» форумының үҙенсәлекле форматын билдәләне

Мәскәү эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе Андрей Поденок «Урал аръяғы-2024» форумының үҙенсәлекле форматын билдәләне.

Мәскәү эшҡыуарҙары «Урал аръяғы-2024» форумының үҙенсәлекле форматын билдәләнеМәскәү эшҡыуарҙары «Урал аръяғы-2024» форумының үҙенсәлекле форматын билдәләне
Мәскәү эшҡыуарҙары «Урал аръяғы-2024» форумының үҙенсәлекле форматын билдәләне

Мәскәү эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе Андрей Поденок йыл һайын Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһында ойошторолған «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын юғары баһаланы. Форум донъя берләшмәһенең иғтибарын йәлеп иткән төп майҙансыҡ булып тора, тип билдәләне ул.

- «Урал аръяғы» инвестһабантуйы - үҙенең күләме һәм форматы буйынса уникаль форум. Һәр ваҡыттағыса, Башҡортостан Хөкүмәте ошо йүнәлештә башҡа төбәктәрҙән алда бара. Форумда ҡатнашыусыларға эшлекле бәйләнештәр һәм ысын мәғәнәһендә файҙалы эш коэффициенты теләйем, - тип аңлатма бирҙе Мәскәү эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе Андрей Поденок.

24 майҙан 26-на тиклем  Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙғарыла. Форумда төрлө илдәрҙән делегациялар ҡатнаша.

Фото: forum-zauralye.com.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас