Андрей Назаров форумдың алтынсы тапҡыр үтеүен хәтергә төшөрҙө, был юлы ул 10-дан ашыу илдән, шул иҫәптән Үзбәкстандан, Белорусь, Ҡытай Халыҡ республикаһынан, Төркиәнән һәм Ирандан ҡатнашыусыларҙы йыйҙы.
«Өсөнсө йыл рәттән форум барышында Халыҡ-ара бизнес-шерифтар форумы уҙғарыла. Был юлы майҙансыҡтың темаһы бизнес менән властың диалогы булды - һөҙөмтәле төбәк менән партнерлыҡта көслө эшҡыуар.
Шулай уҡ Global Management Challenge бизнес менән идара итеү чемпионаты үтә – был күләмле интерактив белем биреү программаһы.Чемпионат финалын июлдә республиканың баш ҡалаһында уҙғарырбыҙ», - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото һәм сығанаҡ:Андрей Назаровтың социаль сәхифәһенән