Иҡтисад
25 Май 2024, 18:05

Агросәнәғәт комплексында дүрт килешеү төҙөлдө

Инвестицияларҙың дөйөм күләме - 2 миллиард һумдан ашыу. 

Агросәнәғәт комплексында дүрт килешеү төҙөлдөАгросәнәғәт комплексында дүрт килешеү төҙөлдө
Агросәнәғәт комплексында дүрт килешеү төҙөлдө

Бөгөн, 25 майҙа, «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында агросәнәғәт комплексында хеҙмәттәшлек тураһында дүрт килешеү төҙөлдө. Инвестицияларҙың дөйөм күләме - 2 миллиард һумдан ашыу. Төбәк аграр ведомствоһы яғынан документтарға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡул ҡуйҙы.

- Бөгөн тармаҡтың төрлө йүнәлештәрендә инвестицион килешеүҙәр төҙөнөк, - тине ул. - Беҙҙең предприятиелар ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙе генә түгел, эшкәртеүҙе лә әүҙем үҫтерәсәк. Тармаҡ алдында торған бурыстарҙа был айырыуса мөһим, -тине Илшат Фәзрахманов.

Мәҫәлән, Әбйәлил районында «Шишмә» компанияһының «Алтын асҡыс» бал эшкәртеү комплексын төҙөү ҡарала.  Уны ойоштороусы Артём Гурштейн  эшкәртеү комбинаты, 1 000 бал ҡорто күсенә умарталыҡтар һәм ауыл хужалығы культуралары орлоҡтарын етештереү буйынса хужалыҡтар ойошторорға ниәтләй.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас