25 майҙа Сибайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған республиканың Инвестиция комитеты ултырышында экологик проекттарҙы, шул иҫәптән дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде. Улар иҫәбендә - ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса заманса комплекстар төҙөү буйынса башланғыстар инә, уларҙы «Рәсәй экология операторы» тормошҡа ашыра.
Компанияның генераль директоры Денис Буцаев республика етәкселегенә проекттарға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул Башҡортостан биләмәһендә өс эшкәртеү комплексы төҙөлөшөнә тотоноуҙарын билдәләне, улар - Өфөлә, Дүртөйлө һәм Краснокама райондарында. 2024 йылдың көҙөнә тиклем был проекттар бөтә кәрәкле килешеүҙәрҙе үтә.
Инвестиция комитеты ултырышында Денис Буцаев республика биләмәһендә уникаль пилот проектын - бактериялар ярҙамында ләмле ағынты һыуҙарҙы утилләштереүҙе тормошҡа ашырыу буйынса тәҡдимдәр менән таныштырҙы. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда эшкәртелгән технологияны ҡулланырға ниәтләйҙәр. Был республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһында ағынты һыуҙарҙы таҙартыу процесын яңыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Башҡортостан Башлығы тәҡдим ителгән башланғысты хупланы.
- Был торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшен камиллаштырыуға һәм тәү сиратта ғилми-технологик эшмәкәрлек сиктәрендә күрһәткестәрҙе арттырыуға булышлыҡ итәсәк, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урал аръяғы-2024»VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ойоштороусылар булып Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай. Иҡтисади форумда шулай уҡ федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил компаниялары вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Фото: Республика Башлығы сайтынан