25 майҙа Сибайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында республика Инвестиция комитетының күсмә ултырышын уҙғарҙы. Унда, атап әйткәндә, сәнәғәттең төрлө тармаҡтарындағы һәм ауыл хужалығындағы яңы башланғыстар ҡаралды.
Белорет биләмәһендә заманса ҡойоу производствоһын төҙөү проекты менән Урал пружина заводының директорҙар советы рәйесе Денис Лоҡманов таныштырҙы.
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проект һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статусын алды. Инвесторға инвестиция һалым ҡайтармаһы һәм производство төҙөлөшө өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялау бирелә. Бынан тыш, Белорет районы хакимиәте яңы технологик комплекс өсөн ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам итәсәк.
Учалыла керамик гранулалар етештереү буйынса «СтройМинерал» заводын төҙөү тәҡдиме тураһында «ТехноНИКОЛь» корпорацияһы вәкиле Алексей Алматов сығыш яһаны.
Комплекс төҙөүгә, 60 яңы эш урыны ойоштороп, 3,3 миллиард һум аҡса һалырға ниәтләйҙәр. Яңы производствоны 2028 йылда сафҡа индереү планлаштырыла.
Проектҡа ярҙам итеү саралары сифатында өҫтөнлөклө статус бирелде. Инвесторға инженер һәм транспорт инфраструктураһы төҙөлөшөнә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплайҙар. Учалы районы хакимиәте шулай уҡ производство комплексын төҙөү өсөн ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам итәсәк.
Шулай уҡ Учалы районынан фермер хужалығы башлығы Ян Токарев Баттал ауылы эргәһендә 1000 һыйырға иҫәпләнгән ит йүнәлешендәге малсылыҡ комплексын төҙөү пландары менән таныштырҙы.
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проектҡа өҫтөнлөклө статусы бирелде. Инвесторға шулай уҡ технологик ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарасаҡтар.
Күсмә «Инвестиция сәғәте»ндә шулай уҡ Әбйәлил районында «Шишмә» компанияһының «Алтын асҡыс» бал эшкәртеү комплексын төҙөү концепцияһын ҡаранылар. Уны ойоштороусы Артём Гурштейн проект параметрҙары тураһында ентекле һөйләне.
Инвесторҙар эшкәртеү комбинаты, 1 000 бал ҡорто күсенә умарталыҡтар һәм ауыл хужалығы культуралары орлоҡтарын етештереү буйынса хужалыҡтар ойошторорға ниәтләй.
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проект өҫтөнлөклө тип танылды һәм Әбйәлил районы хакимиәте инвесторға йүкә ултыртыу өсөн ер участкалары һайлауҙа һәм биреүҙә ярҙам итәсәк.
Ултырыш аҙағында республика Башлығы инвесторҙарға әүҙем эшләгәндәре һәм төбәк биләмәһендә яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға теләктәре өсөн рәхмәт әйтте. Радий Хәбиров иҡтисадты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн эшҡыуарҙарға Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.