25 майҙа Сибайҙа «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың инвестиция, сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Дилшод Әхмәдов менән осрашты. Яҡтар ике яҡлы эшмәкәрлекте үҫтереүҙе тикшерҙе.
Республика Башлығы Дилшод Әхмәдовҡа «Урал аръяғы» инвестиция форумында ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Үзбәкстандың төбәктең мөһим иҡтисади партнеры булыуын билдәләне.
- Үзбәкстан республикабыҙҙың тышҡы сауҙа әйләнешендә бишенсе урынды биләй. Бөгөн Сибайға килеүегеҙгә бик шатбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Уҙған аҙнала үзбәк коллегаларыбыҙ менән һөҙөмтәле эшләнек. Үҙ-ара килешеп эш итеүҙе үҫтереү буйынса бөтә килешеүҙәр юл картаһына индерелде. Ауыл хужалығы, сәнәғәт, газ химияһы һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Һеҙҙең визитығыҙ дуҫлығыбыҙҙың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итер, тип ышанам.
Үзбәкстандың инвестиция, сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Дилшод Әхмәдов Башҡортостан етәкселегенә йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм яңы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға ҡыҙыҡһыныу белдереүен билдәләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урал аръяғы-2024»VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ойоштороусылар булып Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай. Иҡтисади форумда шулай уҡ федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил компаниялары вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Фото: Республика Башлығы сайтынан