Иҡтисад
26 Май 2024, 12:30

Әбйәлилдәге һабантуй сит ил ҡунаҡтарын әсир итте

Ике көн барған  ”Урал аръяғы – 2024” VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын  Әбйәлил районында быйыл республикала тәүге тапҡыр үткәрелгән һабантуй  йомғаҡланы.

Әбйәлилдәге һабантуй  сит ил ҡунаҡтарын әсир иттеӘбйәлилдәге һабантуй  сит ил ҡунаҡтарын әсир итте
Әбйәлилдәге һабантуй сит ил ҡунаҡтарын әсир итте

Бөгөн Әбйәлил районында республикала беренселәрҙән булып һабантуй үтте. Ул “Урал аръяғы-2024” VI инвестиция форумы сиктәрендә ойошторолдо һәм  ике меңләп ҡатнашыусыны һәм 10 меңдән ашыу ҡунаҡ йыйҙы.

Һабантуйҙы асып, Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров тап ошондай боронғо халыҡ байрамдары Башҡортостандың ысын асылын, уның күп төрлөлөгөн һәм эшһөйәр халыҡтың сикһеҙ ҡунаҡсыллығын күрһәтә тип билдәләне.

- Бөгөн беҙҙең менән инвестиция һабантуйын үткәреү шатлығын уртаҡлашырға донъяның 20-нән ашыу иленән дуҫ-туғандар килде. Бигерәк тә  Үзбәкстан, Ҡытай һәм Белорусь Республикаһының почетлы делегацияларына айырым рәхмәтемде белдергем килә. Ә яҡташтарыма, Башҡортостан халҡына шуны әйткем килә: һеҙҙең тырышлығығыҙ, эш һөйөүсәнлегегеҙ һәм тыуған илгә һөйөүегеҙ республикабыҙҙы илдең иң үҫешкән төбәктәренең береһе итә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр.

Әбйәлил районының күркәм урындарының береһендәге һабантуй “Урал аръяғы-2024” VI Бөтә Рәсәй инвестиция форумының тамамланыуына матур нөктә булды. Байрам программаһы сараларға бай ине.

Үҙҙәренең оҫталыҡтарын ҡунаҡтарға 40-лап һөнәрсе – кәсепселәр, тимерселәр,  балта оҫталары, умартасылар, күн оҫталары, ювелирҙар, керамика, кейеҙ баҫыу оҫталары, һандыҡ яһаусылар, ҡурай, ҡумыҙ эшләүселәр һәм башҡалар күрһәтте. Теләгән һәр кем өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Сара барышында биҙәү-ҡулланма сәнғәте изделиелары күргәҙмә-йәрминкәһе, «Беҙ бергә!» театрлаштырылған тамашаһы, 100 ҡатнашыусынан торған ат парады, ат сабышы, милли көрәш буйынса «Көрәш» ярыштары ойошторолдо, концерт менән профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһаны.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан

Әбйәлилдәге һабантуй  сит ил ҡунаҡтарын әсир итте
Әбйәлилдәге һабантуй  сит ил ҡунаҡтарын әсир итте
Әбйәлилдәге һабантуй  сит ил ҡунаҡтарын әсир итте
Әбйәлилдәге һабантуй  сит ил ҡунаҡтарын әсир итте
Әбйәлилдәге һабантуй сит ил ҡунаҡтарын әсир итте
Автор:Карима Усманова
Читайте нас