Иҡтисад
27 Май 2024, 17:50

Газ тултырыу станциялары күбәйә

Дәүләт булышлығы 2024 йылда Башҡортостанда автомобилдәр өсөн 13 газ тултырыу компрессор станцияһы төҙөргә ярҙам итергә тейеш.

Газ тултырыу станциялары күбәйәГаз тултырыу станциялары күбәйә
Газ тултырыу станциялары күбәйә

2024 йылда Башҡортостанда "Энергетиканы үҫтереү" дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, 468 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Был сара республикала 13 яңы автомобилдәр өсөн газ тултырыу компрессор станцияһы (АГНКС) төҙөүгә булышлыҡ итәсәк. Был турала Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге ҡала-район башлыҡтары менән осрашыуҙа билдәле булды. Ҡатнашыусылар Башҡортостанда АГНКС селтәрен үҫтереү динамикаһын һәм автотранспортты ҡыҫылған тәбиғи газ ҡулланыуға күсереү мәсьәләләрен тикшерҙе.


Министрҙар кабинеты етәксеһе билдәләүенсә, 2019 йылдан алып республикала газ двигателдәре яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса саралар әүҙем тормошҡа ашырыла. Республика АГНКС һаны буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй, уларҙың һаны - 51.


Яңы станцияларҙы Иглин, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарында, Өфө, Благовещен һәм Октябрьский ҡалаларында төҙөргә мөмкин.


Андрей Назаров билдәләүенсә, газ ҡойоу станцияларында метан ҡулланыу артыуына "газлы" техника һаны туранан-тура йоғонто яһай. Башҡортостанда 2020 йылдан алып 5 меңгә яҡын транспорт сараһы метанға күсерелгән. Уларҙың яртыһы - еңел автомобиль. "Башавтотранс" машиналарының өстән бер өлөшө генә ҡыҫылған тәбиғи газда йөрөй. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта техниканың ни бары биш проценты ғына метанда йөрөй.


– Быйыл республикала транспортты ҡайтанан йыһазландырыу өсөн федераль бюджеттан 55 миллион һум аҡса бүленгән. Маҡсатҡа ярашлы, 2252 транспорт сараһын ҡайтанан йыһазландырырға кәрәк. Ошо йүнәлештә эште көсәйтергә кәрәк, - тип билдәләне хөкүмәт рәйесе.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас