2024 йылдың 8 июнендә Финанс университетының Өфө филиалы майҙансығында Бөтә Рәсәй һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса һәм инвестициялар ғаилә фестиваленең төбәк этабы уҙғарыла.
Бөтә Рәсәй һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса һәм инвестициялар фестивале шәхси һәм ғаилә финанстары, һаҡлыҡҡа йыйылған аҡсалар һәм инвестициялар өлкәһендә финанс белем кимәлен арттырыу, финанс мәғарифы белгестәренең һөнәри оҫталығын үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Фестивалде ойоштороусы булып Халыҡтың финанс белеме буйынса федераль методик үҙәк сығыш яһаны һәм ул бер үк ваҡытта Финанс университетының 23 филиалында үтә.
Был сара барышында ғаиләләр нисек ғаилә бюджетын һаҡлау һәм арттырыу тураһында белә, шулай уҡ практикала ла тәжрибә туплай ала. Фестиваль программаһында лекциялар, һаҡлыҡҡа йыйылған аҡсалар буйынса квиз, финанс күнекмәләре буйынса квест, оҫталыҡ дәресе һәм эшлекле уйындар ҡаралған.
Ғаилә фестиваленең һәр этабында бергәләп уйын балдары – алтындар йыясаҡ, уларҙы Һаҡлыҡ кенәгәһендә иҫәпкә “һалырға” кәрәк буласаҡ. Иң күп алтын йыйған команда төбәк этабында еңеүсе була һәм сентябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк Фестивалдең федераль этабында республика исеменән сығыш яһаясаҡ.
Сарала бер йәки бер нисә быуын исеменән сығыш яһаған 2-4 кешенән торған, 14 йәшкә тиклемге туғандар төркөмө ҡатнаша ала. Фестивалдә ҡатнашырға теләүселәр моифинансы.рф сайтында теркәлергә тейеш.
Атай-әсәйҙәрҙе, балаларҙы, өләсәй-олатайҙарҙы, апай-ағайҙарҙы, ҡусты-һеңлеләрҙе Бөтә Рәсәй һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса һәм инвестициялар ғаилә фестиваленә саҡырабыҙ!
Сығанаҡ: Рәсәй финанс университетының Өфө филиалы.