2024 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда ҡулланыусылар хаҡтары индексы 101,6 процент кимәлендә билдәләнгән, ул Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән (102 процент) кәмерәк. Был хаҡта Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итте.
2024 йылдың өс айында Башҡортостанда ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше былтырғы ошо уҡ осор күрһәткесе менән сағыштырғанда 14,3 процентҡа артып, 339,7 миллиард һумға еткән, тип билдәләне ул. Ә күмәртә секторында әйләнеш 10,1 процентҡа – 414,7 миллиард һумға тиклем артты.
Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сауҙаның кесе формаларын үҫтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлә. 2024 йылдың беренсе кварталында республикала урында етештерелгән 5 меңдән ашыу тауар йәрминкәһе үткәрелгән. Бынан тыш, республика биләмәһендә 7 мең самаһы мобиль сауҙа объекты һәм 4,2 мең урынлыҡ 332 майҙансыҡ эшләй, уларҙа халыҡ үҙ ярҙамсы һәм баҡсасылыҡ хужалыҡтарынан продукция һата ала.
Башҡортостан Башлығы баҡсасылар өсөн йыһазландырылған сауҙа нөктәләрен тәртипкә килтерергә ҡушты.
– Конструкциялар боҙолған урындар ҙа бар, уларҙа йыш ҡына коммерция һатылыуын асыҡлауығыҙҙы һорайым. Өфөләге ҡайһы бер сауҙа нөктәләре халыҡ аҙ йөрөгән урындарҙа урынлашҡан. Былар барыһы ла беҙҙең иғтибар үҙәгендә булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Сауҙаның бәләкәй формаларын үҫтереү буйынса йәнә бер мәсьәлә – Башҡортостандың ауыл тораҡ пункттарында ҡулланыусылар кооперацияһы предприятиеларының автокибеттәре эшен ойоштороу. Бының өсөн транспортҡа ихтыяжды анализлағандар.
Төбәк етәксеһе республика Хөкүмәтенә ҡулланыусылар кооперацияһы предприятиелары өсөн автопаркты киңәйтеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
– Ҡулланыусылар кооперацияһы системаһы ауылда магазиндарҙың мөһим функцияһын үтәй, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Тейешле тәҡдимдәр әҙерләгеҙ, уларҙы айырым тикшерербеҙ.
Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев оператив кәңәшмәлә шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы өлкәһен һәм хеҙмәттәр өлкәһен үҫтереү хаҡында һөйләне. 2024 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан йәмәғәт туҡланыуы тауар әйләнешенең үҫеш темптары буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды алды.
Республикала бөтәһе 3,5 меңдән ашыу дөйөм туҡланыу предприятиеһы, шул иҫәптән 297 ресторан, 1 562 кафе һәм 151 ашхана эшләй. 2024 йылдың ғинуар-мартында был тармаҡтың әйләнеше уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 23 процентҡа артҡан һәм 11,7 миллиард һумға еткән.
Алексей Гусев төбәктә Башҡортостандың белем биреү ойошмаларында туҡланыу сифатын арттырыуҙы дауам итеүҙәрен билдәләне. Әйтәйек, 2024 йылда республика етештереүселәренең мәктәптә туҡланыуҙағы тауар өлөшө 71 процентҡа еткән.
Тармаҡ үҫешенең мөһим йүнәлеше – инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу. Башҡортостанда сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, юл яны сервисы һәм келәт логистикаһы өлкәһендә бөтәһе 136 башланғыс тормошҡа ашырыла. Инвесторҙарҙың дөйөм капитал һалыу күләме 60,5 миллиард һумға баһалана.
Башҡортостан Башлығы бөтә иғтибарын перспективалы йүнәлештәр һәм тармаҡ проекттары эҙләүгә йүнәлтергә ҡушты.
– Беҙҙә сауҙа һәм хеҙмәттәр секторы эшенең күрһәткестәре һәйбәт. Шул уҡ мәлдә бер урында тормайынса, был йәһәттән яңы инициативалар эҙләү мөһим. Һөт кухняларын артабан үҫтереү буйынса тәҡдимдәр кәрәк. Маҡсатыбыҙ – һөт эшкәртеү баҙарында ҙур уйынсы булдырыу, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ беҙҙә логистик һәм күмәртә-бүлеү үҙәктәре системаһы ла етерлек кимәлдә үҫешмәгән. Бының менән мотлаҡ шөғөлләнергә кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.