Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостан - Иран бәйләнештәре сифат яғынан яңы кимәлгә сыҡты.
– Беҙгә Ирандан бизнес-делегациялар килә башланы. 2024 йылдың май аҙағында иран эшҡыуарҙары Сибайҙа үткән “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашты, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ Ирандағы коллегаларыбыҙ менән әүҙем хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Һеҙҙе тағы ла республикабыҙға саҡырам. 6 июлдә беҙ Евразия күсмә цивилизациялар музейының беренсе сиратын асабыҙ, ә 31 августа Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан ҙур федераль саралар үтәсәк.
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Иран Президенты Ибраһим Рәисиҙең һәм рәсми делегацияның башҡа ағзаларының фажиғәле һәләк булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.
Казем Джалали Башҡортостан Рәсәйҙең иң үҫешкән һәм ҙур төбәктәренең береһе булыуын билдәләп үтте.
– Башҡортостанға сәфәрем ваҡытында йылы ҡабул итеүегеҙҙе һәм ҡунаҡсыллығығыҙҙы һаман да хәтерләйем, шуға күрә тәҡдимегеҙҙе шатланып ҡабул итәм, – тине ул.
Шулай уҡ ул 2023 йылда Башҡортостан Башлығының Иранға сәфәре сиктәрендә Тегеран менән Өфө араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә нигеҙ һалыныуын да билдәләне.
– Был мөнәсәбәттәр сифатлы яңы кимәлгә күсер, тип ышанабыҙ. Башҡортостандың үҙ-ара эш итеү өсөн ҡеүәте һәм мөмкинлектәре ҙур, – тине Казем Джалали.
Фото: glavarb.ru