“Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында тәҡдим ителгән инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында Башҡортостан тәүге тапҡыр өс лидер иҫәбенә инде. Бер йыл эсендә республика тағы бер баҫҡысҡа күтәрелеп, өсөнсө урын алды! Рейтинг һөҙөмтәләрен ун беренсе йыл рәттән алдынғы бизнес-берләшмәләр менән бергә Стратегик башланғыстар агентлығы төҙөй. Был юлы Рәсәйҙең 85 төбәге ҡатнашты. Төбәк властарының түбәндәге йүнәлештәрҙә бизнес өсөн шарттарҙың ни тиклем һөҙөмтәле төҙөлөүе иҫәпкә алынып баһалана: көйләү мөхите, бизнес өсөн институттар, инфраструктура һәм ресурстар, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам – бөтәһе 70 күрһәткес. Шулай уҡ рейтинг барышында урындағы иң яҡшы тәжрибәләр асыҡлана
Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников билдәләүенсә, инвестиция рейтингы механизмының үҙе мөһим. Сөнки үҙ-ара бәйләнеш арҡаһында даими төҙөкләндереү бара. Төп бурыс конкуренция түгел, ә башҡа төбәктәрҙә булған бөтә яҡшы нәмәләрҙе үҙләштереү. Был айырыуса мөһим, сөнки киләһе алты йыллыҡҡа Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса ҙур ресурстар һалына. Республикабыҙҙы ҙур һөҙөмтәләре менән ҡотлайым! Был - Башҡортостанда төбәк Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге көслө команда алып барған етди эш һөҙөмтәһе. Артабан эшләйбеҙ, дуҫтар!” тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall555400080_11784