Иҡтисад
7 Июнь 2024, 16:15

Финанс яҡтан грамоталы ғаиләне һайлайҙар

Ғаилә фестиваленең төбәк этабы 8 июндә иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем Мостай Кәрим, 69/1 (Финанс университеты) адресы буйынса үтә.

Финанс яҡтан грамоталы ғаиләне һайлайҙарФинанс яҡтан грамоталы ғаиләне һайлайҙар
Финанс яҡтан грамоталы ғаиләне һайлайҙар

Сара программаһында лекциялар, һаҡлыҡ буйынса квиз, финанс күнекмәләре буйынса квест, оҫталыҡ дәресе һәм эшлекле уйындар һ.б.  Ғаиләләр бергәләп «алтын» балл йыясаҡ. Иң күп алтын яулаусылар төбәк этабында еңеүсе буласаҡ һәм фестивалдең федераль этабына Мәскәүгә барасаҡ.

- Ғаилә фестивален үткәреүҙең маҡсаты - ғаилә финанстары менән идара итеүҙең практик күнекмәләрен үҙләштереү. Ҡатнашыусылар ғаилә бюджетын нисек дөрөҫ алып барырға, аҡса тупларға, инвестицияларға, мутлашыусыларға ҡаршы торорға, шулай уҡ алған белемен ғәмәлдә ҡуллана белергә өйрәнә. Өлкәндәргә лә, балаларға ла ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыр, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская.

Унда ҡатнашыу өсөн моифинансы.рф сайтында теркәлергә кәрәк. Һәр команда 2-4 кешелек ғаилә ағзаларынан тора ала - әсәйҙәр, атай-әсәй, балалар, өләсәй-олатайҙар, инәйҙәр һәм ағайҙар, туғандар, ағай- апайҙар булыуы мөмкин. Унда ҡатнашыу өсөн һылтанма буйынса үтергә кәрәк https://моифинансы.рф/events/vserossijskij-semejnyj-festival-sberezhenij-i-investicij/?date=2024-06-08 һәм биттең аҫҡы өлөшөндә теркәлеү формаһын тултырырға.

Фото: Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы сайты.

https://resbash.ru/news/ekonomika/2024-06-07/v-bashkirii-vyberut-samuyu-finansovo-gramotnuyu-semyu-3802266

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас