7 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Һаҡлыҡ банкы президенты, идара рәйесе Герман Греф Республика Хөкүмәте менән “Һаҡлыҡ банкы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был документ төбәк биләмәһендә “Мәктәп 21” белем биреү проектын тормошҡа ашырыуҙы күҙаллай. Уның сиктәрендә 18 йәштән өлкән булған һәр кем IT-һөнәргә уҡый ала.
Шуны билдәләү мөһим, проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндәң ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Мәктәп кампустары Мәскәү, Ҡазан, Новосибирск, Сорғот, Яҡутск, Бөйөк Новгород, Ярославль, Магас, Белгород ҡалаларында эшләй. Уларҙа 5600-ҙән ашыу кеше белем ала. Уны тамамлаусылар Рәсәйҙең эре тармаҡ компанияларына эшкә урынлаша.
-“Мәктәп-21”ҙә юғары класлы инженерҙарҙы, илде һанлаштырыу өсөн белгестәрҙе әҙерләйбеҙ. Ошо рәүешле Рәсәйҙе көслө яһалма интеллект ярышында алғы позицияға сығарырға ярҙам итәбеҙ, - тине Герман Греф. – Бөгөн илебеҙ төбәктәрендә программалаштырыу, яһалма интеллект өлкәһендә белгестәргә һорау ҙур.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.