Иҡтисад
7 Июнь 2024, 09:15

Республика ҡошсолоҡ кластерын үҫтерергә ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Черкизов төркөмө” идараһы рәйесе Сергей Михайлов менән осрашты.

Республика ҡошсолоҡ кластерын үҫтерергә ниәтләйРеспублика ҡошсолоҡ кластерын үҫтерергә ниәтләй
Республика ҡошсолоҡ кластерын үҫтерергә ниәтләй

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында сиктәрендә үткән осрашыуҙа республика ҡошсолоҡ кластерын үҫтереү менән ҡыҙыҡһына, тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров һәм Сергей Михайлов Башҡортостан биләмәһендә компанияның ҡошсолоҡ буйынса активтарын яңыртып ҡороуға ҡағылышлы инвестиция проектын тикшерҙе. Һүҙ Башҡортостандың бер нисә район биләмәһе тураһында барҙы.

Сергей Михайлов әйтеүенсә, проект сиктәрендә ҡоштар өсөн бер нисә яңыртылған бина файҙаланыуға тапшырылған да инде.

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас