Иҡтисад
7 Июнь 2024, 14:45

Республикала ҙур проект тормошҡа ашырыласаҡ

7 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Хөкүмәте менән Wildberries компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Республикала ҙур проект тормошҡа ашырыласаҡРеспубликала ҙур проект тормошҡа ашырыласаҡ
Республикала ҙур проект тормошҡа ашырыласаҡ

Ул республика биләмәһендә корпоратив бүлеү үҙәге төҙөлөшө проектын тормошҡа ашырыуҙы үҙ эсенә ала.

Документҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Wildberries-тың генераль директоры Татьяна Бакальчук ҡул ҡуйҙы. Осрашыу барышында улар инвестиция проектының параметрҙарын, шулай уҡ буласаҡ логистик комплексты урынлаштырыу майҙансыҡтарын тикшерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һәм компанияның генераль директоры Татьяна Бакальчук 2024 йылдың апрелендә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә сәфәре барышында үҙәк төҙөү башланғысы тураһында фекер алышты. Wildberries бүлеү үҙәге Башҡортостан биләмәһендә икенсе ҙур логистик комплекс буласаҡ. 2023 йылдың авгусында OZON компанияһы шундай уҡ проектты тормошҡа ашыра башланы.

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас