Көн тәртибендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәсәй һәм Башҡортостан өсөн мөһим иҡтисади һәм стратегик партнер булып тора, тип билдәләне республика Башлығы. Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә Ҡытай беренсе урынды биләй.
– Беҙ һеҙҙең менән станоктар эшләү, ауыл хужалығы, еңел сәнәғәт һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Өфө –Шэньян тура рейсын асыу сауҙа-иҡтисади, гуманитар бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә, туризмды үҫтереүгә яҡшы этәргес бирер, тип ышанам, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға ҡыҙыҡһыныуын билдәләне һәм юл картаһын төҙөргә, шулай уҡ үҙ-ара эш итеүҙе координациялау өсөн яуаплыларҙы билдәләргә тәҡдим итте.
Ляонин провинцияһы губернаторы Ли Лэчэн да Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеүҙә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.
Фото: glavarb.ru