Иҡтисад
8 Июнь 2024, 04:45

Башҡортостанға юғары баһа бирелде

Беҙҙә федераль программалар уңышлы тормошҡа ашырыла.

Башҡортостанға юғары баһа бирелдеБашҡортостанға юғары баһа бирелде
Башҡортостанға юғары баһа бирелде

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан стенды янынан халыҡ өҙөлмәне. Сара барған көндәрҙә уны меңдән ашыу кеше ҡараған. Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин әйтеүенсә, был тармаҡта Башҡортостан – лидер.

– Республика бөтә федераль программаларҙы ла уңышлы тормошҡа ашыра, шул иҫәптән торлаҡ төҙөүҙә лә алдынғылыҡты бирмәй. Уйлауымса, киләсәктә яңы милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда ла беренсе булып ҡаласаҡ, – тине Ирек Фәйзуллин.

Шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Яровая Башҡортостан етәкселегенең эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Бынан тыш, Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы эшҡыуарлыҡ буйынса вәкил Борис Титов һәм башҡалар республикабыҙҙың стендын башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас