Бөгөн “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марат Мирзаянов һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рушат Фазлыәхмәтов төбәктәге мөлкәт объекттарына арналған матбуғат конференцияһы үткәрҙе.
Һүҙ граждандар 1998 йылдың ғинуарына саҡлы алған мөлкәт тураһында бара – тап ошоға саҡлы милек хоҡуғы “иҫкесә” теркәлә ине, йәғни уны төрлө ойошмаларҙа – ер комитеттарында, техник инвентарлаштырыу органдарында – теркәйҙәр ине. Был туралағы яҙмаларҙың төрлө арзхивтарҙа юғалыу ихтималлығы ҙур, һөҙөмтәлә улар “Росррестр”ҙа булмаҫҡа ла мөмкин. Күсемһеҙ мөлкәттең тулы һәм аныҡ исемлеген булдырыу маҡсатында илебеҙҙә әле ошо объекттарҙың хужаларын асыҡлау эше бара.
“Башҡортостанда берҙәм дәүләт күсемһеҙ мөлкәт исемлегендә биш миллионға яҡын мөлкәт теркәлгән. Был осраҡта 2021 йылдың июненә ҡарата 570 мең объекттың хужалары тураһында мәғлүмәт юҡ ине. “Росрестр” һәм муниципалитеттарҙың эше һөҙөмтәһендә тулы булмаған өс йыл эсендә теркәлмәгән хоҡуҡлы объекттар һаны 2024 йылдың майына ҡарата 215 меңгә ҡалды. Был ҡатмарлы һәм оҙайлы эш. Ғәмәлдә күсемһеҙ мөлкәт объекты милексеһенә Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеү һәм документтар күрһәтеү ҙә етә. Был байтаҡҡа тиҙерәк буласаҡ. Уларға ошо эшкә ҡушылырға тәҡдим итәм. Рәсәй Президенты күрһәтмәһенә ярашлы, урындағы үҙидара органдары был эште 2025 йылдың 1 ғинуарына саҡлы тамамларға тейеш”, – ти Марат Мирзаянов.
Быйыл милек хоҡуғы теркәлмәгән объекттар һанын кәметеүҙә иң әүҙем эшләгән 10 муниципалитет исемлегендә Өфө, Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары, Ҡалтасы, Краснокама, Баймаҡ, Бөрө, Тәтешле, Шишмә һәм Яңауыл райондары аталды.
Марат Мирзаянов билдәләүенсә, күсемһеҙ мөлкәт исемлегендә көнүҙәк һәм тулы мәғлүмәттәр булыуы, граждандар һәм эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары теркәлеүе мөлкәт мәнфәғәттәрен яҡларға ярҙам итә, төбәктең инвестицион, иҡтисади һәм социаль даирәһен яҡшырта. Миҫалға, күсемһеҙ мөлкәткә хоҡуҡтың теркәлгән булыуы уның хужаһына был объектты һатыу, бүләк итеү йәки ҡуртымға биреү мөмкинлеген бирә, ер биләмәһен дәүләт йәки муниципалитет мохтажлығы өсөн алған саҡта ул зыянды ҡапталыу хоҡуғына ла эйә.
Рушат Фазлыәхмәтов Өфө ҡалаһында элек теркәлмәгән күсемһеҙ мөлкәт объекттарының хужаларын аысҡлау буйынса ыңғай эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
“Баш ҡаланың ер һәм мөлкәь мөнәсәбәттәре идаралығы милекселәрҙе аысҡлау буйынса ҙур эш башҡара. Архивтарҙа булған мәғлүмәттәр асыҡлана, һалым органдарына, Эске эштәр министрлығына, Пенсия фондына, нотариустарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Хужалары аысҡланғандан һуң муниципалитет уларға хоҡуҡты теркәтеүҙе һораған хаттар ебәрә”, – тине ул.
Фото: “Росреестр”.