Иҡтисад
28 Июнь 2024, 12:40

"Ашығыс экспорт ярҙамы" Ейәнсура районында булды

Эксперттар эшҡыуарҙарға төбәк һәм федераль ярҙам саралары буйынса консультациялар үткәрҙе һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

"Ашығыс экспорт ярҙамы" Ейәнсура районында булды"Ашығыс экспорт ярҙамы" Ейәнсура районында булды
"Ашығыс экспорт ярҙамы" Ейәнсура районында булды

«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн «Ашығыс экспорт ярҙамы»ның эшсе төркөмө Ейәнсура районының агросәнәғәт комплексы, аҙыҡ-түлек һәм мебель сәнәғәте өлкәһендәге дүрт предприятиеһын ҡараны. Был хаҡта Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

Сәфәр сиктәрендә эш төркөмө «ТПФ Вариант» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә (йомшаҡ һәм корпуслы мебель етештереү); «Нектар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә (бал һәм бал продукцияһы етештереү); эшҡыуар Әйүпов Тимур Рәүеф улының шәхси предприятиеһында (мал өсөн грануллы мал аҙығы етештереү); «Раздолье» ауыл хужалығы етештереү кооперативында (ит ярымфабрикаттары, колбаса, ыҫланған һәм тоҙло балыҡ, икмәк-ҡалас һәм кондитер ризыҡтары әҙерләү) булды.

Эксперттар эшҡыуарҙарға төбәк һәм федераль ярҙам саралары буйынса консультациялар үткәрҙе һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

«Ашығыс экспорт ярҙамы» белгестәрен саҡырыр йәки консультация алыр өсөн заявканы электрон почта аша ҡалдырырға мөмкин: exportcenter@bashkortostan.ru, белешмәләр өсөн телефон:+7 347 246 89 28, +7 989 821 49 87.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24302/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас