Иҡтисад
28 Июнь 2024, 11:15

Башҡортостан менән Беларусь ниндәй өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итә?

27 июндә Витебскиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларустың Гомель өлкә башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко менән осрашты.

Башҡортостан менән Беларусь ниндәй өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итә?Башҡортостан менән Беларусь ниндәй өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итә?
Башҡортостан менән Беларусь ниндәй өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итә?

Ике яҡ берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышын һәм төбәктәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлеген үҫтереүҙең яңы йүнәлештәрен тикшерҙе.

Иван Крупко Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең XI форумында ҡатнашыу өсөн Витебскиға килгән Башҡортостан делегацияһын сәләмләне һәм артабан төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа сәфәрҙең әһәмиәтен билдәләне:

– Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумы – Союз дәүләтенең ныҡлы иҡтисадын булдырыу, мәҙәни традицияларҙы һәм гуманитар бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн мөһим ваҡиға. Былтыр Өфөлә үткән Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X юбилей форумы һөҙөмтәһендә Башҡортостанда беренсе “Коминтерн” предприятиеһы магазины, Башҡорт дәүләт аграр университетында ”Гомсельмашем” сервис үҙәге һәм уҡыу аудиторияһы асылды, – тине Иван Крупко. – Бөгөн беҙҙең төбәк-ара хеҙмәттәшлек тағы ла нығына. Форум сиктәрендә БР Салауат ҡалаһы менән Гомель өлкәһенең Мозырь районы араһында тығыҙ мөнәсәбәттәр булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров берлектәге проекттарҙы үҫтереү өсөн перспективалы йүнәлештәрҙе атаны:

– Беҙ һеҙҙең менән бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ та инде. Шуныһы мөһим: килешеүҙәрҙең барыһы ла “юл карта”һына һалына һәм ул һеҙҙең яҡтан да, беҙҙең яҡтан да үтәлә. Ауыл хужалығы техникаһын тәьмин итеүҙә ҙур ярҙам күрһәткән предприятиеларығыҙға ла рәхмәт белдерәм. Бөгөн беҙ Башҡортостан биләмәһендә Беларусь һәм Башҡортостан предприятиеларының индустриаль-инвестиция паркын булдырыу тәҡдиме менән килдек. Беҙҙе ауыл хужалығы производствоһы өлкәһендә, селекция культуралары менән алмашыуҙа хеҙмәттәшлек итеү ҡыҙыҡһындыра.

Осрашыуҙа шулай уҡ машиналар эшләүҙә, химия продукцияһы етештереүҙә, туризмда үҙ-ара эш итеүҙе тикшерҙеләр. Бынан тыш, Өфөлә “Да дому” белорус магазиндары селтәрен асыу проектын ҡаранылар.

Гомель өлкә башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә индергән өлөшө өсөн “Халыҡтар дуҫлығы” билдәһен тапшырҙы.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас