28 июндә Витебскиҙа Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының Республика Советы Рәйесе Наталья Кочанова Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һәм Беларусь Республикаһының дәүләт власы органдары етәкселәре менән осрашты. Көн тәртибендә - төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм төрлө тармаҡтарҙа берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре. Фекер алышыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Тәүҙә Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко дискуссияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм Рәсәй менән Беларусь Республикаһының милли иҡтисадтарын нығытыу өсөн ошондай форумдарҙың юғары әһәмиәтле булыуын билдәләне.
- Бөгөн Беларусь төбәктәре менән үҙ-ара эш итеүгә теге йәки был формала йәлеп ителмәгән Федерация субъекттары юҡ тиерлек. Һәм, әлбиттә, был дәүләт-ара мөнәсәбәттәрҙе аныҡ бәйләнештәр менән тулыландыра, - тине Валентина Матвиенко.
Иҡтисад менән бер рәттән төбәк-ара хеҙмәттәшлек мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, граждандарҙы социаль яҡлау һәм мәҙәниәт өлкәләрендә лә мөһим, тип билдәләне Рәсәй парламентының юғары палатаһы спикеры. Быларҙың барыһы ла илдәрҙең туғандарса мөнәсәбәттәрен нығытырға мөмкинлек бирә. Һәм бында төбәк хеҙмәттәшлегенең роле ҙур.
Белорусь Республикаһы Милли Йыйылышының Республика Советы рәйесе Наталья Кочанова үҙ сығышында былтыр Өфөлә уҙған Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Осрашыу һуңында Белоруссия һәм Рәсәй төбәктәре араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы документҡа ҡул ҡуйылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Брест өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Михаил Баценко сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник өлкәләрҙә, шулай уҡ мәғариф, йәштәр сәйәсәте һәм сәнәғәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм нығытыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Артабанғы эштең перспективалы йүнәлештәре иҫәбендә - Брест өлкәһе предприятиеларының белорус-башҡорт сәнәғәт-инновацион кластерын ойоштороуҙа ҡатнашыуы. Бынан тыш, һөт, ит, йәшелсә-емеш продукцияһын эшкәртеү буйынса уртаҡ предприятиелар төҙөү мәсьәләһе өйрәнелә. Яҡтар шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын үҙ-ара поставкалауҙы киңәйтеү, туристик маршруттар әҙерләү, Өфө менән Брест араһында тура авиабәйләнеш, даими автобус маршруттары ойоштороу менән ҡыҙыҡһына.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан