Иҡтисад
28 Июнь 2024, 05:30

Беларустар менән дуҫлыҡ нығына

Был турала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һөйләне.

Беларустар менән дуҫлыҡ нығынаБеларустар менән дуҫлыҡ нығына
Беларустар менән дуҫлыҡ нығына

– Хөрмәтле белорус дуҫтар! Хөрмәтле Андрей Анатольевич! Хөрмәтле Леонид Константинович!

Ысынлап та, Башҡортостан өсөн белорус, Беларусь, Белоруссия – беҙҙең төп партнерҙарыбыҙ, төп дуҫтарыбыҙ, таянысыбыҙ.

Белорустарҙы бик талантлы сауҙа-иҡтисади партнерҙар итеп күрәбеҙ. Беҙҙе һәр ваҡыт белорустарҙың эшлеклелеге хайран ҡалдыра. Белоруссия менән күп яҡлап хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Һөйләшелгән килешеүҙәрҙе шунда уҡ юл картаһына индерәбеҙ. Белоруссия менән Башҡортостандың бөгөнгө үҙ-ара эш итеү юл картаһында 400-ҙән ашыу пункт бар. Уларҙың һәр береһе үтәлә.

Белоруссия менән беҙ сәнәғәт кооперацияһын үҫтерәбеҙ: Башҡортостанда технопарк булдырасаҡбыҙ. Ошо маҡсатта 200 гектар ер бүленде лә инде.

Шулай уҡ туризм өлкәһендә лә әүҙем эшләйбеҙ. Былтыр “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһы сиктәрендә беҙҙең 1600 ветераныбыҙ Беларусь Республикаһы буйлап сәйәхәт итте. Шулай уҡ белорус дуҫтарыбыҙҙың да Башҡортостандың матурлығын һәм туристик мөмкинлектәрен күреүен теләр инек.

Ғөмүмән, бик күп яҡлы хеҙмәттәшлек бара. Тағы шуны әйтергә теләйем: Беларусь Президенты Хакимиәте етәкселеге ярҙамы менән Беҙ Башҡортостанда ҙур экология проекты – зубрҙарҙы үрсетеүҙе башланыҡ.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас