Иҡтисад
28 Июнь 2024, 15:10

Килешеүгә ҡул ҡуйылды

Витебскиҙа (Беларусь Республикаһы) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, «МАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Өфө трамвай-троллейбус заводы (УТТЗ) хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.

Килешеүгә ҡул ҡуйылдыКилешеүгә ҡул ҡуйылды
Килешеүгә ҡул ҡуйылды

Витебскиҙа (Беларусь Республикаһы) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, «МАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Өфө трамвай-троллейбус заводы (УТТЗ) хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, «МАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры - «БЕЛАВТОМАЗ» холдингының идара итеү компанияһы Валерий Иванкович һәм «Өфө трамвай-троллейбус заводы» предприятиеһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Сергей Яковлев ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостандың Министрҙар Кабинеты етәксеһе билдәләүенсә, биш йыл инде белорус “МАЗ”-ы - Өфө трамвай-троллейбус заводының стратегик партнеры, һәм был хеҙмәттәшлек нығына бара. 2023 йыл башында Өфө трамвай-троллейбус заводы Минск заводы менән партнерлыҡ тураһында ҙур килешеүгә ҡул ҡуя, ул етештереүҙе генә түгел, ә сервис һәм дилерлыҡ эшмәкәрлеген дә күҙ уңында тота.

Башҡортостан Республикаһы «МАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән әүҙем хеҙмәттәшлек алып бара. Лицензиялы дилерҙар һәм сервис үҙәктәре эшләй, “МАЗ” техникаһы ауыл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә әүҙем ҡулланыла.

Белешмә. “МАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте -  “БЕЛАВТОМАЗ” холдынгының идара итеү компанияһы  - йөк, автомобиль, пассажир, махсус һәм тағылма техника етештереү буйынса предприятие. “МАЗ” маркаһы аҫтында бортлы автомобилдәр, төрлө махсус ҡорамалдар ҡуйыу өсөн шасси -  бөтәһе 500-ҙән ашыу модель һәм 3000 автомобиль модификацияһы сығарыла.

«Өфө трамвай-троллейбус заводы» акционерҙар йәмғиәтенең төп эшмәкәрлеге - Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында ҡала электр транспортының (трамвай, троллейбус, электробус) хәрәкәт итеү составын проектлау, етештереү, модернизациялау һәм ремонтлау. 2020 йылдан «БЕЛАВТОМАЗ» холдингының идара итеү компанияһы - «МАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте заводы - компанияның стратегик партнеры булып тора.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24308/

 

Килешеүгә ҡул ҡуйылды
Килешеүгә ҡул ҡуйылды
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас