28 июндә Беларусь Республикаһына сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Белоруссия һәм Рәсәй төбәктәре форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Сара Витебскиҙағы форумдың үҙәк майҙансығында уҙҙы һәм Рәсәй Федерацияһының, Беларусь Республикаһының күпселек субъекттарынан 800 делегатты йыйҙы.
Ултырышты Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының Республика Советы рәйесе Наталья Кочанова үткәрҙе.
Рәсәй Президенты Владимир Путин форумда ҡатнашыусыларға видеомөрәжәғәт ебәрҙе.
- Быйылғы форум Союз дәүләтенең инновацион иҡтисадын төҙөүҙә төбәк-ара хеҙмәттәшлек роленә арналыуы бик мөһим. Тема - иң көнүҙәк темаларҙың береһе, сөнки хужалыҡ тормошоноң бөтә өлкәләренә яңы технологиялар индереү, сәнәғәттең фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән тармаҡтарын һәм ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләрен хәл итеү менән хәҙер Рәсәйҙә лә, Белоруссияла ла әүҙем шөғөлләнәләр, - тине Владимир Путин. - Был дәүләттәребеҙҙең суверенитетын нығытыу, конкуренцияға һәләтлелекте күтәреү һәм оҙайлы перспективаға тотороҡло иҡтисади үҫеште тәьмин итеү өсөн кәрәк.
Дәүләт башлығы Союз дәүләтенең конкуренцияға һәләтле иҡтисадын булдырыуҙа ике ил төбәктәренең төп ролен билдәләне.
Форум делегаттарына видеосәләмләүҙе Беларусь Президенты Александр Лукашенко ебәрҙе. Ул йыл һайын үткәрелеүсе эшлекле сараның һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
- Тышҡы баҫымға ҡарамаҫтан, Беларусь һәм Рәсәй ышаныслы алға бара, союз интеграцияһын үҫтерә һәм гуманитар бәйләнештәрҙе нығыта, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Александр Лукашенко. - Төбәктәр форумы - Союз дәүләтенең иң уңышлы проекттарының береһе, тип иҫәпләйем. Ул үҙенсәлекле аралашыу майҙансығына әүерелде, ҡабатланмаҫ стиленә эйә булды һәм ҡыйыу, амбициялы башланғыстар менән үҫеүен дауам итә.
Журналистар менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика делегацияһының Беларусь Республикаһына сәфәренә йомғаҡ яһаны.
- Был Башҡортостан-белорус мөнәсәбәттәрен үҫтереүҙә һәм нығытыуҙа сираттағы этап, тип иҫәпләйем, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. - Беҙ өс өлкә менән һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Һәр осрашыуҙың үҙенсәлеге булды. Беҙҙә иң төп көн - машиналар эшләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек. Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы өлкәһендә лә тәҡдимдәр бар. Дөйөм алғанда, белорустар - үҙҙәренең килешеүҙәренә яуаплы ҡараған эшлекле партнерҙар, предприятие етәкселәре.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан