Башҡортостанда ҡала төҙөлөшө потенциалы 1,7 миллион квадрат метрлыҡ 14 биләмәне комплекслы үҫтереү проекты ғәмәлгә ашырыла. Республика төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артём Ковшов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һөйләне.
Программа заманса талаптарға яуап бирмәгән авария хәлендәге, туҙған, әхлаҡи яҡтан иҫкергән йорттарҙы һәм инфраструктураны һүтеүҙе һәм реконструкциялауҙы, шулай уҡ берҙәм комплекслы проект буйынса яңы объекттар төҙөүҙе һәм биләмәне төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Был – төбәктәрҙең ҡала төҙөлөшө үҫешенең төп йүнәлештәренең береһе.
Артем Ковшов 2023 йылдың июлендә Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы һәр төбәк менән ҡала төҙөлөшө ҡеүәтен арттырыу тураһында меморандумға ҡул ҡуйыуын хәбәр итте. Әйтәйек, 2023 йылда Башҡортостан өсөн 5,7 миллион квадрат метр дөйөм ҡала төҙөлөшө потенциалы билдәләнде, шуның 1,2 миллион квадрат метры - ошо биләмә сиктәрендә. 2024 йылға план күрһәткесе – 670 мең квадрат метр. Шуның менән бергә 2030 йылға проект сиктәрендә ҡала потенциалы 5,6 миллион квадрат метрға етергә тейеш.
Шулай уҡ территорияларҙы комплекслы үҫтереү проекттарын тормошҡа ашырыу барышында Башҡортостанда 41 мең квадрат метр авария хәлендәге торлаҡ фондынан кешеләрҙе күсереү планлаштырыла.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта ҡала төҙөлөшө потенциалын үҫтереү темптарының Өфөгә ҡарағанда юғарыраҡ булыуын билдәләне һәм баш ҡала хакимиәтенә ошо йүнәлештәге эште көсәйтергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.