2024 йылдың 1 июленә Башҡортостанда льготалы категорияға ҡараған 23,6 мең кеше “Һөт кухняһы” продукцияһын бушлай ала. Улар иҫәбендә – ауырлы ҡатындар, имеҙеүсе әсәләр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән өс йәшкә тиклемге балалар, шулай уҡ опекаға алынғандар.
Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һөйләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Һөт кухняһы” Башҡортостан Башлығы башланғысы буйынса 2019 йылда ойошторолдо. Учреждение эшләй башлағандан алып республикала ете етештереү цехы ойошторолған. Башҡортостан муниципалитеттары биләмәһендә 132 таратыу пункты эшләй, шул иҫәптән дарыуханаларҙа һәм поликлиникаларҙа. Шулай уҡ алыҫ һәм аҙ халыҡлы 61 тораҡ пунктҡа барған дүрт автокибет бар.
Аҙыҡ-түлек менән бушлай тәьмин итеүгә ғаризаны күп функциялы үҙәктең бөтә офистарында йәки “Һөт кухняһы”н биреү пунктында бирергә мөмкин.
– 2024 йылдан алып документтарҙы өйҙән сыҡмайынса “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша электрон төрҙә тапшырырға мөмкин, - тип аңлатты Алексей Гусев. – Шуға күрә заявкалар тиҙ арала эшкәртелә.
“Һөт кухняһы” 23 төр продукция етештерә. Улар араһында – һөт, эремсек, төрлө тәмле һәм төргәктәрҙәге бәләкәй балаларҙы туҡландырыу өсөн йогурт, балалар печеньеһы. Ә 2024 йылдың июненән өлкәндәр һәм өс йәштән өлкән балалар өсөн яңы төр һөт ризыҡтары – ПЭТ-шешәләрендә һөт һәм кефир, ҡаймаҡ, эремсек сығара башланылар.
– Бөтә продукттар ҙа яһалма өҫтәмәләрһеҙ һәм майҙың күпселек өлөшө талаптарына ярашлы тәбиғи нормалаштырылған һөттән әҙерләнә. Әсегән һөт ризыҡтарын һаҡлау срогы – 14 көндән, ә һөттө һаҡлау срогы 10 көндән ашмай, - тип өҫтәне Алексей Гусев. – Яңы ассортимент тауарҙарын “Һөт кухняһы”ның фирма таратыу пункттарында, шулай уҡ “Байрам” магазиндарында һатып алырға мөмкин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының һөт кухнялары селтәрен үҫтереү йәһәтенән эш һөҙөмтәлелеген билдәләне һәм ведомствоға етештереү ҡеүәтен арттырыу эшен дауам итергә ҡушты.
– Беҙҙең ише проект – ошондай форматта һәм ошондай етештереү күләме менән – илдә бер нисәү генә. Шуның өсөн “Һөт кухняһы” командаһына рәхмәт, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Хәҙер үҫеш йүнәлештәре өҫтөндә уйларға кәрәк. Уларҙың икәү булыуы мөмкин. Тәүге осраҡта тауарҙар ассортиментын киңәйтеү, яңы файҙалы һәм тәмле продукттар булдырыу хаҡында һүҙ бара. Икенсе вариант етештереү күләмен арттырыуҙы һәм яңы баҙарға сығыуҙы күҙ уңында тота. Республикала һөт күп, уны эшкәртергә кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.