Иҡтисад
1 Июль 2024, 06:15

Владимир Падалко Башҡортостан стендын юғары баһаланы

Быйыл форум Беларусь Республикаһының Витебск ҡалаһында уҙҙы.

Владимир Падалко Башҡортостан стендын юғары баһаланыВладимир Падалко Башҡортостан стендын юғары баһаланы
Владимир Падалко Башҡортостан стендын юғары баһаланы

Журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, Рәсәй Федерацияһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Владимир Падалко XI Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында Башҡортостан стендын юғары баһаланы.

Йыл һайын уҙғарылған сара Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының Республика Советы ҡанаты аҫтында 2014 йылдан алып үткәрелә. 2024 йылда Форум Беларусь Республикаһының Витебск ҡалаһында уҙҙы.

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы үҙ бурыстары итеп Союз дәүләтенең интеграция процестарын тәрәнәйтеүҙе, Беларусь Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының парламент-ара, сауҙа-иҡтисади, фәнни-мәғариф, мәҙәни бәйләнештәрен нығытыуҙы, эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтеүҙе, ике яҡлы хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәрен үҫтереүҙе ҡуя.

2024 йылда Форумдың эшлекле программаһының төп темаһы «Союз дәүләтенең инновациялы иҡтисадын төҙөүҙә төбәк-ара хеҙмәттәшлек роле» булды.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24313/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас