Быйыл 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә оҙайлы ваҡытҡа аҡсаларҙы һаҡлау программаһы эшләп килә. Яңы финанс продукт граждандарға киләсәккә өҫтәмә капитал булдырырға булышлыҡ итә, шул иҫәптән пенсияға ла. Программаның үҙенсәлеге шунда: тупланманы булдырырға дәүләт ярҙам итә. Был программа түбәндәгесә эшләй: программала ҡатнашыусы үҙ ирке менән иғәнә түләй, программа операторы - дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды уны инвестициялай, килемде арттыра. Йыйылған килемле аҡсаны 15 йылдан файҙаланырға мөмкин йәки ҡатын-ҡыҙҙар 55 йәшкә еткәс, ирҙәр 60 йәштә. Шул уҡ ваҡытта аҡса тупланмаһын алданыраҡ та файҙаланырға була. Мәҫәлән, ауыр тормош хәленә тарығанда.
Программала ҡатнашыу өсөн дәүләткә ҡарамаған пенсия фондының бер йәки бер нисә операторын һайларға кәрәк. Әле Рәсәйҙә 37 дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды иҫәпләнә. Тейешле хеҙмәт күрһәтеүгә лицензияһы булған бөтә фондтар Рәсәй банкында реестрҙа тора. Һәр граждан фонд тураһында мәғлүмәтте үҙаллы Рәсәйҙең Үҙәк банкы сайтында ҡарай ала.
Программала 18 йәштән алып төрлө килемле граждандар ҡатнаша ала. Софинанслауҙың максималь күләме йылына 36 мең тәшкил итә. Дәүләт ярҙамын, иҫәп асылғас, тәүге өс йылда ҡулланырға мөмкин.
Сығанаҡ: “Ашкадарские зори” гәзите сайты.