Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Июль , 14:30

Күперҙә ремонт тәүлек әйләнәһенә бара

Хәрәкәт иғтибар үҙәгендә тотола.

Күперҙә ремонт тәүлек әйләнәһенә бара
Күперҙә ремонт тәүлек әйләнәһенә бара

Бөгөн Шаҡша күпере буйынса штабтың оператив кәңәшмәһендә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников етәкселегендә тәүге эш көнөнөң һөҙөмтәләре барланды.

Ремонтҡа йәлеп ителгән предприятие, ойошма етәкселәре башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Белгестәр бында тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт итә. Дөйөм алғанда, барыһы ла график буйынса бара. Ремонт барышында халыҡтың хәрәкәтен тәьмин итеү ҙә иғтибар үҙәгендә тотола.

“Рәсәй тимер юлдары” компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡала электричкаларының составы һәр ҡайһыһы ике вагонға күбәйгән. Бөгөнгө көн һөҙөмтәләрен ҡарағас, вагондар һанын өҫтәмә рәүештә арттырыу хәл ителәсәк.

Бынан тыш, электричкаға кешеләрҙе ташыу өсөн “Башавтотранс”тан 54 автобус йәлеп ителгән.

“Гастелло” һәм “Спорт” станцияларында республика Транспорт министрлығының, “Башавтотранс” предприятиеһының, Калинин районының мобиль төркөмдәре эшләй. Улар хәлде мониторинглай, ҡала халҡының теләктәрен һораша.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: