11 июлдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Ҡараҡалпаҡстан Республикаһының (Үзбәкстан төбәге) Жокаргы Кенесы (Юғары Совет) рәйесе Аманбай Орынбаев килде. Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропортында уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың майында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һәм Ҡараҡалпаҡстан Республикаһының Министрҙар советы рәйесе Фәрход Эрманов берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу пландарын тикшерҙе. Башҡортостанда Үзбәкстан ауыл хужалығы продукцияһын Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә оҙатырға мөмкин булған транспорт-логистика үҙәген төҙөү ҙә - мөһим эштәрҙең береһе.
Сәфәр барышында Аманбай Орынбаев республиканың баш ҡалаһында “Өфө” индустриаль паркын, бер нисә сәнәғәт предприятиеһын, “ЕврАзия” агропаркын һәм Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын ҡараясаҡ.
Бынан тыш, сәфәр барышында республика Башлығы Радий Хәбиров менән рәсми осрашыу, Башҡортостан һәм Ҡараҡалпаҡстандың эшлекле даирәһе вәкилдәре ҡатнашлығында эш кәңәшмәһе ҡаралған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.