Иҡтисад
11 Июль 2024, 13:45

Шакша күпере 50 йыл хеҙмәт итер

Бында етди капиталь ремонт бара.

Шакша күпере 50 йыл хеҙмәт итерШакша күпере 50 йыл хеҙмәт итер
Шакша күпере 50 йыл хеҙмәт итер

Капиталь ремонт эштәре башҡарылғандан һуң Шакша күпере тағы ла ярты быуат хеҙмәт итәсәк, тип белдерә Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев.

Транспорт хәрәкәтен ваҡытлыса ябыу ҙа ошоға бәйле. Баш ҡала хакимиәте етәксеһе белдереүенсә, объектты яңыртыу мәсьәләһе күптән өлгөргән. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөләге Шакша күперен ремонтлау “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы алып барыла. Кисә бында машина өсөн сикләүҙәр индерелде. Күпер конструкциялары тирбәлмәһен өсөн хәрәкәт 15 көнгә тулыһынса ябылды.

- Күпер авария алдындағы хәлдә булды. Әгәр тейешле финанслау табылмаһа, әле эш башламаҫ инек. Ләкин микрорайонға күпер аша транспорт бәйләнешһеҙ ҡалыу хәүефе бар ине. Эште тиҙләтеү өсөн хәрәкәтте ябыу ваҡытын 9 - 24 июлгә күсерҙек, – тине Өфө мэры.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас