Иҡтисад
12 Июль 2024, 14:50

Муттар тоҙағына эләкмәү өсөн

Өфөлә  “Граждандарҙың финанс мәҙәниәтен булдырыу: перспективалар, саҡырыуҙар һәм үҫеш нөктәләре” темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. 

Муттар тоҙағына эләкмәү өсөнМуттар тоҙағына эләкмәү өсөн
Муттар тоҙағына эләкмәү өсөн

12 июлдә республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Дәүләт Думаһының Финанс баҙары буйынса комитеты рәйесе Анатолий Аксаков “Граждандарҙың финанс мәҙәниәтен булдырыу: перспективалар, саҡырыуҙар һәм үҫеш нөктәләре” темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.

Фекер алышыуҙа сенаторҙар, Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республиканың профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, банк берләшмәһе, финанс институттары, страховка компаниялары вәкилдәре ҡатнашты.

Рәсәй Дәүләт Думаһының Финанс баҙары буйынса комитеты рәйесе Анатолий Аксаков һайланған теманың көнүҙәклеген билдәләне.

– Бер яҡтан, беҙгә халыҡҡа инвестиция һалырға, үҙ аҡсалары иҫәбенә аҡса эшләргә, киләсәккә аҡса тупларға мөмкинлек бирергә кәрәк. Икенсе яҡтан, дәүләткә күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн "оҙон аҡса" кәрәк. Ә уларҙы, төрлө оҙайлы финанс инструменттарына аҡса туплап, халыҡ бирә ала, – тине Анатолий Аксаков. – Башҡортостан был йәһәттән республика өсөн мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн халыҡ средстволарын нисек йәлеп итеүҙе ойоштороу буйынса яҡшы өлгө күрһәтә. Һүҙ, атап әйткәндә, кешеләр кредит ойошмаларында аҡса йыйып, торлаҡ һатып алыуға йүнәлтә алған торлаҡ өсөн аҡса туплау тураһында. Был тәжрибәне бөтә Рәсәйгә таратырға кәрәк. Ә бөгөн беҙ ҡануниәт биргән мөмкинлектәрҙе тикшерәбеҙ һәм халыҡтың инвестиция процестарына аҡсаһын йәлеп итеү өсөн тағы нимә эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ.

Анатолий Аксаков финанс белемде арттырыу һәм мутлашыусылар менән көрәшеү өлкәһендәге закондар сығарыу башланғыстары хаҡында һөйләне. Депутат шулай уҡ Башҡортостандың иҡтисадтағы уңыштарын айырым билдәләне.

– Мин үҙем Башҡортостандан. Бында атайым менән әсәйем тыуҙы, үҙем мәктәпкә барҙым. Минең бында туғандарым күп, йыш киләм. Һәм, әлбиттә, республиканы күҙәтеп барам, бик күп ыңғай үҙгәрештәр күрәм, – тине Анатолий Аксаков. – Башҡортостан бик һөҙөмтәле үҫеш күрһәтә. Республикаға идара итеү үҙәге мине хайран ҡалдырҙы. Был донъя кимәлендәге объект. Кесе ватанымдың ҡаҙаныштарына шатланам һәм уңыштар теләйем!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Анатолий Аксаковҡа республика башланғыстарына ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Республика әүҙем үҫешә, эшлекле мөхит яҡшыра, финанс продукттар һәм мөмкинлектәр күбәйә. Ислам банкингы инструменттары барлыҡҡа килә – Башҡортостан был йүнәлештә Рәсәйҙең дүрт пилот төбәгенең береһе булды, – тине төбәк етәксеһе. – Торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы буйынса уңышлы тәжрибәбеҙ бөтә илгә билдәле. Беҙ - Милли инвестиция рейтингында өс лидер иҫәбендә.

Төп бурыс – халыҡты һәм инвесторҙарҙы енәйәти эшмәкәрлектән яҡлау, тип билдәләне Радий Хәбиров.

– Һанлаштырыу осоронда мутлашыусылар беҙгә бөтә яҡтан һөжүм итә. Һәм финанс белемлелек, мәҙәниәт ябай зарурлыҡҡа әүерелә. Беҙҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, антирекордтар бар - уҙған аҙнала ғына бер көндә республика кешеләре мутлашыусыларға 17 миллион һум аҡсаһын күсергән. Уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы енәйәт схемаларына йәлеп итә башланылар, – тине Башҡортостан Башлығы. – Әле беҙ киберенәйәтселәргә ҡаршы көрәш буйынса программа әҙерләйбеҙ. Хеҙмәт коллективтары менән профилактик эште көсәйттек. Ауыл биләмәләре һәм муниципалитет башлыҡтары йәлеп ителде. Мутлашыусылар тоҙағына нисек эләкмәҫкә икәнен кешеләргә аңлатып торабыҙ. Төп эш, әлбиттә, яҡлауға мохтаж граждандар, ололар һәм төпкөлдә йәшәгәндәр менән алып барыла.

Шуның менән бергә республикала йәшәүселәрҙең финанс мәҙәниәте үҫешә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. Мәҫәлән, һорау алыуҙан күренеүенсә, 2023 йылда халыҡтың 68 процентында финанс белеменең уртаса йәки юғары кимәле билдәләнгән.

– Граждандарҙың финанс институттарына ышанысын һаҡлау мөһим. Бөгөнгө кәңәшмә халыҡтың финанс именлеген тәьмин итеүгә яңы алымдар әҙерләргә ярҙам итер, тип ышанам, - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас