17 июлдә Нефтекамалағы эш сәфәрендә Радий Хәбиров баҡса яны участкаларында урындағы халыҡтың һата торған сауҙа майҙансыҡтарын ҡараны.
Төбәк етәксеһе баҡсасылар менән аралашты, улар өсөн булдырылған бушлай сауҙа рәттәре уңайлымы, тип ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ йәшелсә, картуф һәм ер еләге һатып алды.
Халыҡ билдәләп үткәнсә, прилавкалар уңайлы эшләнгән, улар ямғырҙан һәм елдән һаҡлай. Пенсионерҙар әйтеүенсә, улар үҙҙәре үҫтергән ҡыяр, помидор, йәшел тәмләткестәр, картуф һата. Был пенсия аҡсаһына бер аҙ өҫтәмә лә, шуға күрә бушлай сауҙа урындары биреү бик мөһим. Нефтекамала барлығы 30 сауҙа нөктәһе булдырылған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.