Иҡтисад
20 Июль 2024, 12:30

Социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре тикшерелде

Республикаға идара итеү үҙәгендә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре тикшерелдеСоциаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре тикшерелде
Социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре тикшерелде

“Төбәктә башҡарылған эш өсөн рәхмәт белдерәм. Республиканың уңыштары һоҡланырлыҡ. Беҙҙең барлыҡ мәсьәләләр буйынса һеҙ “йәшел зона”ла, ә был иһә көндәлек системалы эште башҡармай тороп мөмкин түгел. Торлаҡ тураһында айырым әйткем килә. Башҡортостан өсөн былтырғы йыл ошо йәһәттән рекордлы булды. Ҡала төҙөлөшө ҡеүәте үҫә. Төҙөлөштөң сифаты яҡшы, архитектура ла һәйбәт”, – тине Марат Хөснуллин.

“Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөн финанслау буйынса саралар уңышлы тормошҡа ашырыла. Торлаҡ төҙөлөшө тупланмалары программаһында ҡатнашыусыларға республика ҡаҙнаһынан адреслы дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Ул айлыҡ туплау иғәнәләре суммаһының 30 процентына тиклем булырға мөмкин. Программа сиктәрендә быйылғы 1 июнгә ҡарата 3 276 һаҡлам бар ине, уларҙың суммаһы 1,2 миллиард һум тәшкил итә”, – тине Радий Хәбиров.

Кәңәшмәлә шулай уҡ юл төҙөлөшө мәсьәләләре лә тикшерелде.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас