Иҡтисад
24 Июль 2024, 09:00

Юлдар булды елеп үтерлек

Башҡортостанда юл һәм транспорт мәсьәләләрен хәл итеүгә иғтибарҙың бер ҡасан да кәмегәне юҡ. Был йүнәлештәге алға китештә республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың роле ҙур.

Юлдар булды елеп үтерлекЮлдар булды елеп үтерлек
Юлдар булды елеп үтерлек

Башҡортостанда юл һәм транспорт мәсьәләләрен хәл итеүгә иғтибарҙың бер ҡасан да кәмегәне юҡ. Был йүнәлештәге алға китештә республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың роле ҙур, ул ошо өлкәләге бөтә планлаштырылған эштәрҙе даими контролдә тота, төҙөлөш урындарында йыш була. Ул объекттарҙа етәкселәр һәм эшселәр менән аралаша, һөҙөмтәлә эште тиҙләтеү һәм сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр туплана.

Радий Фәрит улының шәхси тырышлығы менән Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы проекты билдәләнгән ваҡытында тормошҡа ашырылды. Төҙөлөш материалдарына хаҡтарҙың артыуына һәм Көнбайыштың санкция сәйәсәтенә ҡарамаҫтан, уны төҙөү графикка ярашлы барҙы.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

–  Юлдар – үтә ҡатмарлы тарих ул. Шул уҡ ваҡытта ул беҙҙең мөһим өҫтөнлөк тә булып тора. Халыҡ та юл һорай, сөнки ул уңайлылыҡ ҡына түгел, ә иҡтисадтың үҫеше лә. Бында иң мөһиме – хәүефһеҙлек. Яҡшы юлдар кешеләргә ышаныс бирә, хәрәкәттә уларға бер нимә лә янамауын раҫлай. Тәбиғи, беҙ быға аҡсаны йәлләмәйәсәкбеҙ.

(БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына Мөрөжәғәтнамәнән, 2019 йылдың 21 марты.)

Башҡортостан Башлығының идарасы командаһы Көнсығышҡа сығыу юлын – амбициоз проектты – төҙөү һәм сафҡа индереүҙе nулы ҡеүәтендә һәм билдәләнгән ваҡытҡа файҙаланыуға тапшыра алды. Төҙөлөп бөтмәгән иҫке тоннель 90-сы йылдарҙан алып йылына 100-әр миллион һумды “ашай” ине, сөнки яртылаш ҡына ҡаҙылған ер аҫты юлы уны тейешле хәлдә тотоуға сығымдар талап итте.

Көнсығыш сығыу юлы – ул республика  етәкселегенең ныҡышмал һәм маҡсатҡа ынтылышлы эш итеүенә миҫал. Өфөнән сығыу өсөн тәғәйенләнгән ошо юл баш ҡаланан киткән юлдарҙа тығынды кәметергә генә түгел, ә мегаполисты Ҡариҙел аръяғында үҫтереү майҙандарын файҙаланырға ла ярҙам итәсәк.  Был инфраструктура проекты Өфөләге күп социаль-иҡтисади процестарға ыңғай йоғонто яһар тип көтөлә. Торлаҡ төҙөү һөҙөмтәһендә Ҡариҙел аръяғында ла фатирҙар күп тәҡдим ителәсәк, ә был, үҙ сиратында, торлаҡ хаҡының күтәрелмәүенә лә тәьҫир итмәй ҡалмаясаҡ.

Көньяҡ сығыу юлы ла оҙайлы йылдар хәл итеүҙе көткән ҙур инфраструктура проекты булып тора. Башҡортостан Башлығы алып барған маҡсатҡа ярашлы, уға финансалау йәлеп итеү һәм төҙөлөштө башлау форсаты тыуҙы. Ике объект та төрлө йылғалар яһаған ярымутрауҙа урынлашҡан Өфө ҡалаһаның транспорт проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән һәм ҡалала йәшәгәндәр, шулай уҡ ситтән килгәндәр өсөн уңайлыраҡ шарттар тыуҙыра.

Өфө – халҡы миллион кешенән ашҡан ҡала. Ул әүҙем үҫеш осоро кисерә: яңы торлаҡ биҫтәләре, предприятиелар һәм сауҙа үҙәктәре барлыҡҡа килә. Әммә халыҡ һанының арта барыуы транспорт инфраструктураһын уҙып китте. “Пик” сәғәттәрендә юлдарҙа тығындар барлыҡҡа килә, шул арҡала кешеләр ваҡытын юғалта һәм яғыулыҡты күберәк тотонорға мәжбүр.

Был проблеманы хәл итеү өсөн Көнсығыш сығыу юлын төҙөргә ҡарар ителде лә инде. Ул – ҡалалағы  Салауат Юлаев проспектын Өфө районының Рус Юрмашы ауылы янында М-5 федераль трассаһы менән тоташтырған түләүле һәм юғары тиҙлектәге автомагистраль. Яңы юл Өфөгә килеү һәм сығыуға киткән ваҡытты байтаҡҡа ҡыҫҡартыу мөмкинлеген бирә. Әгәр ҙә ошоға саҡлы Рус Юрмашына 40 минут барырға кәрәк булһа, хәҙер был араны 10 минутта үтергә мөмкин. Ә был үҙгәреш тығындарҙан ҡотолорға һәм ваҡытты, бензинды экономияларға булышлыҡ итә.

Тоннелде төҙөү 1992 йылда уҡ башланғайны. Әммә 2004 йылда төҙөлөш эштәре туҡтатыла һәм объект оҙайлы ваҡыт дауамында тамамланмағандар исемлегендә ҡала килде.

2017 йылда Башҡортостан Республикаһы менән “Башҡортостан концессия компанияһы” араһында концессия килешеүе төҙөлдө. Уның  ғәмәлдә булыу ваҡыты – 25 йыл. Компанияның төп хеҙмәттәштәре – ВТБ төркөмөнә ингән “ВТБ Инфраструктура холдингы” һәм “Limak Group” төрөк төҙөлөш-инвестиция холдингы.

Көнсығыш сығыу юлындағы киң ҡоласлы эштәр 2020 йылда башланды. 2021 йылдың мартында автомобиль тоннеленең көнбайыш һәм көнсығыш йүнәлештәре тоташтырылды. 2022 йылдың февралендә 470 метр оҙонлоҡтағы күперҙең аркаларҙы тоташтырыу ҡоролмаһын һалыу башланды, уны 2023 йылдың яҙында тамамланылар. 2024 йылдың 21 мартында тәүге автомобилдәр тоннель, күпер һәм Көнсығыш сығыу юлының Өфөнән “Урал” М-5 федераль трассаһына илткән йүнәлеше буйлап үтә алды.

Көнсығыш сығыу юлы – заманса автомобиль юлы инфраструктураһы, ул үҙ эсенә 1,2 километр оҙонлоғондағы тоннелде, Ҡариҙел йылғаһы аша 2,7 километрлыҡ эстакадалы күперҙе һәм юғары тиҙлектәге 10 километр юлды ала. Объекттың дөйөм оҙонлоғо 13,9 километрҙы тәшкил итә.  Көнсығыш сығыу юлындағы автотранспорт хәрәкәтенең иҫәпләнгән тиҙлеге сәғәтенә 110 километр тип планлаштырылған. Шуға ярашлы, автоһәүәҫкәрҙәр Башҡортостандың баш ҡалаһынан көнсығыш йүнәлештә тиҙерәк сығып китеү мөмкинлегенә эйә.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республика Башлығы:

– Көнсығыш сығыу юлы – Башҡортостандағы тиҫтәләрсә йылдарҙағы иң ҙур инфраструктура объекты. Ул бик ҡатмарлы инженерлыҡ объекты ла булып тора. Әлбиттә, ул Өфө ҡалаһы һәм республикабыҙ халҡы өсөн өҫтәмә уңайлылыҡ тыуҙыра. Көнсығыш сығыу юлы кешеләргә тиҙерәк һәм уңайлыраҡ хәрәкәт итергә мөмкинлек бирә.  Бөгөн мин бөтә партнерҙарыбыҙға рәхмәт белдерәм. Республикабыҙҙың партнерҙары һәм идара итеү командаһы, концессионерыбыҙ – «ЛиМак» компанияһы, ВТБ банкы. Һәм, әлбиттә, беҙ Президентыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ. Уның ҡарарынан башҡа бындай ҡеүәтле федераль грант һәм федераль финанслау булмаҫ ине. Президент һәм ил Хөкүмәте ярҙамы менән Башҡортостанда хәҙер юл төҙөлөшө бығаса булмаған күләмгә етте. Көнсығыш сығыу юлы уникаль объект булып тора. Бында беҙ, ысынлап та, билдәле бер инженерлыҡ тәжрибәһе һәм фәнни потенциал тупланыҡ. Ә иң мөһиме – был юл кешеләрҙең тормошон яҡшыраҡ итәсәк, Әлбиттә, беҙ бөтә төҙөүселәргә, инженер һәм техник персоналға, бөтә хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт әйтәбеҙ.
Өфө өсөн күперҙәр бөтә яҡтан да стратегик әһәмиәткә эйә. Һәм бына беҙ уны бөгөн асабыҙ. Әммә был тарихтың аҙағы түгел. Бөгөн М-5-кә сығыу юлын асабыҙ. Әммә был объектты тамамлау өсөн уны М-7 менән тоташтырырға кәрәк. Алда ҙур эш тора, ул инде алып барыла. Республикабыҙ халҡын һәм өфөләрҙе ҡотлайым!

(Өфөләге Көнсығыш сығыу юлын асыу тантанаһындағы сығыштан, 2024 йылдың 21 марты.)

Көнсығыш сығыу юлының төҙөлөш-монтаж эштәре хаҡы 40,3 миллиард һум тәшкил итә. Шуның 4,5 миллиард һумы республика ҡаҙнаһынан бүленгән, 26,7 миллиард һумын федераль бюджет биргән, ә 9,1 миллиард һумын концессионер аҡсаһы тәшкил итә.

Транспорт өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыуҙан тыш, Көнсығыш сығыу юлы Өфө ҡалаһының иҡтисадын үҫтерергә лә ярҙам итәсәк. Яңы автомобиль юлы М-5 федераль трассаһына сығыуҙы тиҙләтә,  ә был иһә предприятиеларға һәм сауҙа үҙәктәренә лә үҙ тауарҙарын ҡулланыусыларға тиҙерәк илтеп еткереү мөмкинлеге бирә.

Көнсығыш сығыу юлына иң ҙур хәрәкәт тиҙлеге сәғәтенә 120 километр булған 1 Б категорияһы бирелгән. Ул – беҙҙең республикала хәрәкәт тиҙлеге шулай юғары кимәлдә сикләнгән берҙән-бер юл. Ә бына тоннель эсендә тиҙлек сәғәтенә 80 километр менән сикләнгән. Юл һәр яҡҡа ла икешәр хәрәкәт һыҙатына эйә һәм сәғәтенә  6500-ҙән алып 6800-гә саҡлы автомобилде үткәрә ала. 2047 йылға прогноз шундай: тәүлегенә был юлдан 33 меңдән алып 38 меңгә саҡлы машина үтәсәк. Был осраҡта трафиктың 80 проценты самаһын еңел автомобилдәр тәшкил итер тип күҙаллана.

Быйылғы 1 апрелгә саҡлы яңы трасса буйлап үтеү түләүһеҙ ине, хәҙер унан йөрөү хаҡы көндөҙ еңел автомобилдәр өсөн 100 һум һәм йөк автомашиналары өсөн 250-шәр һум тәшкил итә. Төнгө мәлдә (00:30 сәғәттән алып 6:00 сәғәткә саҡлы) еңел автомобилдәр – 20, ә йөк ташыусылар 100 һум түләй. Түләү бер тапҡыр ғына башҡарыла һәм участкаларға бүленмәй. Бының өсөн трассала “Федоровка – Шакша” юлындағы транспорт сиселешендә һәм Ҡариҙел аша сыҡҡан күпер араһында түләү пункты урынлаштырылған.  Бында ҡулаҡса менән дә, банк картаһы менән дә иҫәпләшергә мөмкин. Яҡын киләсәктә шулай уҡ түләүҙе автоматик рәүештә башҡарыу өсөн транспондерҙың автомобилде таныу системаһын индереү ҙә күҙаллана.

Көнсығыш сығыу юлынан йәмәғәт транспорты, мәктәп автобустары, электромобилдәр, “Ашығыс ярҙам” машиналары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, полиция һәм башҡа махсус техника бушлай йөрөй ала. Бынан тыш, республикала МХО-ла ҡатнашҡандарға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, газ-мотор яғыулығы менән эшләгән автомобиль хужалары өсөн льготалар мөмкинлеге тикшерелә. Көнсығыш сығыу юлы буйлап даими йөрөгән кешеләр өсөн абонементтар ҙа ҡарала.

Көнсығыш сығыу юлы шулай уҡ инфраструктура проекттарының сифатын баһалау һәм сертификатлау буйынса IRIIS милли системаһының пилот прогаммаһында ла ҡатнаша. Ул Рәсәйҙә беренсе булып методика талаптарына тура килеү баһаһын үтте һәм ҡаҙаныштың “алтын” кимәленә лайыҡ булды. IRIIS системаһын “ВЭБ.РФ” банкында Дәүләт-хосуси хеҙмәттәшлектең милли үҙәге менән берлектә “АИКОМ” компанияһында Рәсәйҙең Финанс министрлығы ярҙамында булдырҙылар. Был система өс аспектты эсенә ала: “Иҡтисад һәм идара итеү”, “Тормош сифаты” һәм “Экология һәм тирә-яҡ мөхит”. Проект тормош сифаты, иҡтисад һәм идара итеү, экология үлсәмдәре буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләрҙе күрһәткән.

Был осраҡта концессионерҙың тәбиғи ресурстарҙы һаҡсыл тотоноуына айырым иғтибар бирелгән. Мәҫәлән, һыуҙы тотоноу планда билдәләнгәндән 28,2 процентҡа аҙыраҡ булған. Ҡалдыҡтар тупланыуы икенсел сеймалды ҡабаттан файҙаланыуға тапшырыу арҡаһында шулай уҡ 20 процентҡа аҙыраҡ килеп сыҡҡан. Проекттың уңышлы башҡарылыуы һөҙөмтәһендә  һауаға төп бысратыусы матдәләр сығарыу өс процентҡа, парник газдары бүлеү 27 процентҡа кәмерәк булыр тип көтөлә. Шулай итеп, Көнсығыш сығыу юлы өфөләрҙең тормош сифатын яҡшыртырға мөмкинлек биргән проект тип таныла.

Көнсығыш сығыу әлегә республика баш ҡалаһынан “Урал” М-5 федераль трассаһына тура сығыуҙы ғына тәьмин итһә, яҡын киләсәктә ул тағы ла оҙонайтыласаҡ – артабан Салауат Юлаев проспектынан Комсомол урамына тиклем юл һалыу, һуңыраҡ Затон күперенә  һәм “Волга” М-7  федераль трассаһына барып сығыу планлаштырыла. Был иһә транспорт инфраструктураһын яҡшыртыуҙы дауам итеү мөмкинлеген бирә.

Был юл тыуҙырған уңайлыҡтар һәм Өфөнөң иҡтисадын үҫтереү өсөн өҫтөнлөктәр биреүе тураһында халыҡҡа аңлатыу эше лә бөгөн әүҙем алып барыла: республика һәм райондар кимәлендә киң мәғлүмәт сараларында материалдар бирелә, телевидение һәм радионан аналитик тапшырыуҙар ойошторола, социаль селтәрҙә яҙмалар баҫтырыла. Уларҙа Көнсығыш сығыу юлын төҙөү тарихы, төҙөлөш этаптары һәм аҙаҡҡы һөҙөмтә тасуирлап күрһәтелә. Был иһә ошо түләүле хәрәкәт итеү өсөн булдырылған магистралға уның потенциаль ҡулланыусыларын күберәк йәлеп итергә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ социаль селтәргә Көнсығыш юлының матур фотоларын һәм видеояҙмаларын ҡуйыу, артабан Өфөлә транспорт хәрәкәтенең еңелләшеүе тураһындағы статистика мәғлүмәттәрен урынлаштырыу ҙа маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.

– Көнсығыш сығыу юлы асылғас та ҡалала хәрәкәт итеүе еңеләйҙе, хәҙер эшкә лә тиҙерәк барабыҙ, өйгә ҡайтыуҙа ла тотҡарлыҡ юҡ. Уның төҙөлөп бөткәнен күптән көтә инек, республика  етәкселегенә был объект өсөн ҙур рәхмәт, – ти водителдәр телевидение экраны аша.

Киң матбуғат сараларында был проекттың тормош ашырылыуының иҡтисади һәм экологик өҫтөнлөктәре лә күрһәтелә, яңы эш урындары барлыҡҡа килеүе, һалым түләүҙәренең артасағы, бизнес өсөн уңайлыраҡ шарттар тыуыуы ла хәбәр ителә.

Был осраҡта Көнсығыш сығыу юлын Рәсәйҙәге башҡа оҡшаш проекттар менән сағыштырыу ҙа урынлы буласаҡ. Мәскәүҙәге 70 километр оҙонлоҡтағы “Рәсәйҙең тәүге ҡала эсе түләүле магистрале”  2013 йылдан алып 2016 йылға саҡлы төҙөлдө. Уны төҙөү буйынса концессия килешеүенә Рәсәйҙең Транспорт министрлығы менән “Главная дорога” асыҡ акционерҙар йәмғиәте 2009 йылдың июлендә ҡул ҡуйғайны. Оюъекҡа капиталь һылуҙар 25 миллиард һум, инвестициялар 32,1 миллиард һум тәшкил иткән. Шуның 11 миллиард һумы – Рәсәйҙең Инвестиция фондынан, 16,8 миллиард һумы Дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды (НПФ) биргән аҡсаны тәшкил итә.

2014 йылда Санкт-Петербург менән Мәскәү араһындағы “Ике баш ҡала магистрале” лә ошондайыраҡ маҡсатлы проект булып барлыҡҡа килә. Уны тормошҡа ашырыу өсөн “Автодор” компанияһы менән “Ике баш ҡала магистрале” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте финанслау, төҙөү һәм түләүле нигеҙҙә файҙаланыу тураһындағы концессия килешенә ҡул ҡуя.  Был юлдың хаҡын 76,8 миллиард һум итеп баһалайҙар. Шуның 57,6 миллиард һумын “Автодор” түләй, ҡалған 19,2 миллиард һумын концессионерҙың –  “Ике баш ҡала магистрале” йәмғиәтенең – инвестицияһы булып тора.

Өфөнөң “Көньяҡ ҡапҡа” инфраструктураһы проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, 2022 йылдан алып 2024 йыл аҙағына саҡлы ҡаланың көньяғындағы транспорт инфраструктураһының биш объекты булдырыла. Был транспорт хәрәкәтен иркенәйтеү һәм “Кузнецов затоны” менән “Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәләре араһындағы транспорт бәйләнешен еңеләйтеү өсөн кәрәк.

Был объекттар араһында:

– Пугачев урамын реконструкциялау;

– яңы Генерал Рыленко урамын төҙөү;

– Пугачев һәм Генерал Рыленко урамдары киҫешкән урында транспорт айырсаһын булдырыу.

Әлеге мәлдә бөтә объекттарҙа ла эш әүҙем бара.

Андрей КОСТИНТышҡы сауҙа банкы президенты һәм идара рәйесе:

– Көнсығыш сығыу юлы Өфө һәм Өфө аръяғы хәрәкәт йүнәлешенең яңы инфраструктураһын барлыҡҡа килтерә, ҡала мөхите сифатын яҡшырта, ҡала төҙөлөшөндә яңы перспектив биләмәләрҙе үҙәштереүгә стимул тыуҙыра. Тышҡы сауҙа банкы төркөмөнөң Рәсәйҙә социаль мөһим инфраструктур объекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа тәжрибәһе ҙур. Бындай инициативалар бер-береһенә яҡын тармаҡтарҙы үҫтереүҙә һиҙелерлек мультипликатив эффект бирә, уларҙы ғәмәлгә ашырыу ил иҡтисадының үҫеше өсөн үтә мөһим.

Дмитрий ЕНИН, Прикладлы транспорт тикшеренеүҙәре институты директоры:

– Техник күҙлектән ҡарағанда, Көнсығыш сығыу юлын булдырыу мәсьәләне уңышлы хәл итеү булып тора һәм ҡаланың ошо өлөшөндәге транспорт көсөргәнешлеген кәметеүгә лә йоғонто яһай ала. Өфөнөң үҙенсәлеге шунда: ул йылғалар менән уратып алынған, теләһә ниндәй яңы күпер һәм ҡаланан сығыу урыны Өфөгә киңәйеү мөмкинлеге бирә, хәрәкәтте урам-юл селтәренә тигеҙерәк таратыу форсатын тыуҙыра. Бында инженер-техник хеҙмәтте лә эшкә ҡушырға була. Мәсьәләнең ошолай хәл ителеше үҫә барған ҡала шарттарында халыҡтың урынлашыу тығыҙлығын йоғонто яһаясаҡ. Башҡа ҡалаларҙа ул мөмкинлеге сикләнә барған күрһәткескә әйләнде.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас