27 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика ҡалалары һәм райондары етәкселәре семинарында ҡатнашты. Сара Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы майҙансығында үтте.
Көн тәртибендә – биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләре һәм яҡын киләсәккә урындағы үҙидара органдарының бурыстары.
– Беҙ юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы майҙансығында семинар үткәрергә булдыҡ, уның икенсе сиратын хәҙер “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә төҙөйбөҙ.
Был - илдәге иң яҡшы кампустарҙың береһе, бөгөн һеҙ уның мөмкинлектәре менән таныша алаһығыҙ, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Фәнни-мәғариф инфраструктураһын үҫтереү – ул йәштәребеҙ өсөн көрәштә комплекслы эштең бер өлөшө, яңы идеяларҙы һәм проекттарҙы алға ебәреү.
Башҡортостан Башлығы муниципалитет етәкселегенә ҡала һәм райондарҙың тотороҡло үҫеше өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Урындағы хеҙмәттәрегеҙгә ҙур ихтирам менән ҡарайым. Был ауыр ваҡытта һеҙ бик мөһим мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ, төбәкте үҫтереүгә өлөш индерәһегеҙ, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, Башҡортостан иҡтисадында һәм социаль өлкәһендә хәл тотороҡло. Төбәктең төп үҫеш күрһәткестәре тотороҡло ыңғай үҫеш күрһәтә.
Төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына һәр яҡлап ярҙам итеүҙең мөһимлеген билдәләне. Бының өсөн төрлө ситуацияларҙа ярҙам күрһәтеүгә системалы һәм бер үк ваҡытта адреслы ҡараш һаҡларға кәрәк.
***
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тармаҡтар эшендәге төп тенденциялар, шулай уҡ ҡалаларҙың һәм райондарҙың финанс-хужалыҡ хәле тураһында ентекләберәк һөйләне.
Төбәк үҫеше республика Башлығының 2019 йылдың 23 сентябрендәге указы положениеларына нигеҙләнә, ул 2024 йылға тиклемге осорға иҡтисадта һәм социаль өлкәлә стратегик өҫтөнлөктәрҙе билдәләне. Шул уҡ ваҡытта бер нисә маҡсатлы күрһәткестәргә билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ өлгәшелә.
Мәҫәлән, 2019 йылдан 2023 йылға тиклем сәнәғәт етештереүсәнлеге 20 процентҡа, ауыл хужалығы тауарын сығарыу 40 процентҡа, иҡтисадҡа инвестициялар күләме 52,9 процентҡа артҡан.
2023 йылда торлаҡты сафҡа индереү буйынса ла рекордлы күрһәткестәргә өлгәшелде – 3,3 миллион квадрат метр. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса тулайым төбәк продукты 2,4 триллион һум тәшкил иткән.
Социаль өлкәлә уртаса ғүмер оҙайлығы (2023 йылда - 73,2 йыл), халыҡтың реаль килеме (2023 йылда 7,4 процентҡа үҫеш), халыҡтың мәшғүллеге (2023 йылда эшһеҙлек кимәле 2,3 процент тәшкил иткән) тотороҡло ыңғай үҫеш күрһәтә.
Андрей Назаров шулай уҡ муниципалитеттарҙың үҫеш күрһәткестәре тураһында һөйләне, ҡайһы бер тармаҡтарға ярҙам итеү буйынса тәҡдимдәр бирҙе.
Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар алдында Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары һәм республика Башлығы Хакимиәте эксперттары сығыш яһаны. Атап әйткәндә, БР Премьер-министры урынбаҫары, республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса федераль кимәлдә формалаштырылған 19 яңы милли проектҡа иғтибар бүлде. 2024 йылдың сентябренә яҡын уларҙың төбәк өлөшөн әҙерләү башлана.
Бынан тыш, семинарҙа 2025 йылға республика бюджетын формалаштырыу, муниципалитет башлыҡтарының социаль селтәрҙәрҙәге эше һәм халыҡты борсоған мәсьәләләр буйынса халыҡ менән кире бәйләнеш булдырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Фотолар һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru.