Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июль , 11:15

Хәйбуллалар һыуһыҙ интекмәй

“Таҙа һыу” федераль проекты сиктәрендә Бүребай тораҡ пунктында ауылды һыу менән тәьмин итеүҙең II сираты дауам итә, ул халыҡҡа өҙлөкһөҙ сифатлы һыу менән тәьмин итәсәк.

Хәйбуллалар һыуһыҙ интекмәй
Хәйбуллалар һыуһыҙ интекмәй

Ерҙә тормоштоң нигеҙе булып һыу тора. Кеше организмының уртаса 70 процентын һыу тәшкил итә. Йыһандың бер генә тере организмы ла һыуһыҙ йәшәй алмай.

Республика Башлығы Радий Хәбиров  район һәм ҡалалар буйлап эш сәфәрендә булғанда халыҡты таҙа эсәр һыу менән тәьмин итеү бурысын ҡуя.Торлаҡ-коммуналь комплексты яңыртыу буйынса байтаҡ эштәр башҡарылған, әммә бөгөн беҙҙең алда ҙурыраҡ бурыстар тора. “Таҙа һыу” проекты сиктәрендә 2024 йылға тиклем 32 һыу менән тәьмин итеү объекты төҙөргә, коммуналь инфраструктураның туҙыу кимәлен 52,2%-ҡа тиклем кәметергә, сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән халыҡ иҫәбен 92%-ҡа еткерергә кәрәк”, - ти төбәк Башлығы.

Республикала торлаҡ-коммуналь хужалығын модернизациялауға һәм реформалауға даими иғтибар бүленә.

Торлаҡ- коммуналь хужалыҡ тармағы өсөн йылдың һәр миҙгеле үҙенсә ҡатмарлы һәм яуаплы. Күптән түгел предприятие хеҙмәткәрҙәре, үткән йылытыу миҙгелен уңышлы теүәлләп, йомғаҡ яһаһа, әле килеп ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерләнә лә башланы. Санаңды йәй әҙерлә, тигәндәй Хәйбулла районының да торлаҡ-коммуналь хужалығы ла район халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә һуңғы йылдарҙа байтаҡ эш башҡарған.

Ниһайәт, Аҡъяр ауылын һыу менән тәьмин итеү системаһын реконструкциялау тамамланған. 1-се һәм 2-се күтәрелеү насос станцияларын төҙөү этаплап бер нисә йыл дауамында алып барылған. Бөтәһе 1000 кубометрға ете насос урынлаштырылған, система тулыһынса автоматлаштырылған. Төҙөкләндереү эштәренән һуң насос станцияһының тышҡы күренеше лә яҡшырған. Объектты төҙөүгә республика һәм урындағы ҡаҙнанан 80 миллион һумдан артыҡ аҡса бүленгән.

“Таҙа һыу” федераль проекты сиктәрендә Бүребай тораҡ пунктында ауылды һыу менән тәьмин итеүҙең II сираты дауам итә, ул халыҡҡа өҙлөкһөҙ сифатлы һыу менән тәьмин итәсәк.

Юлбарыҫ ауылына яҡын биш скважина ултыртылған, бында һыуҙы зарарһыҙландырыу системаһы ҡуйылған. Һыу менән тәьмин итеү төҙөлөшөнә 146 мең һум аҡса сарыф ителгән.

Бөгөн Юлбарыҫ ауылы халҡы таҙа һыу ҡуллана, күптәре йорттарына үткәргән. Ауылда оҙаҡ йылдар фельдшер булып эшләгән Рәшиҙә Байғужина әйтеүенсә, крандан килгән эсәр һыуҙың таҙа булыуы шатландыра. Элек һыуҙың сифаты бер аҙ борсолоу уятһа, әле зарланырға урын юҡ, ти.

“Миңә райондарҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы йәки мәҙәни объект төҙөргә тәҡдим иткәндә, халыҡтың һыу, йылылыҡ, газ йәки электр селтәре юҡ икән, нимә тураһында һүҙ барыуы мөмкин? Беҙ төп мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш. Хәйбулла районына бер нисә йыл элек килгәндә, кешеләр йәй көнө һыуһыҙ ултырыуҙары хаҡында белдергән ине. Хәҙер йәй көнө лә һыу буласаҡ”, - тигәйне төбәк етәксеһе үҙенең районға эш сәфәренең береһендә.

Быйыл ысынлап та хәйбуллалар йәй көнө лә һыуһыҙ ҡалманы, иң мөһиме–эсәр һыуҙар таҙа һәм сифатлы.

Фотолар: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Хәйбуллалар һыуһыҙ интекмәй
Хәйбуллалар һыуһыҙ интекмәй
Хәйбуллалар һыуһыҙ интекмәй
Хәйбуллалар һыуһыҙ интекмәй
Хәйбуллалар һыуһыҙ интекмәй
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: