2 августа “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфөлә ритейл көндәре” төбәк-ара форумы барышында пленар ултырышта ҡатнашты.
“Өфөлә ритейл көндәре” 2 августан 3-нә тиклем йыл һайын үткәрелеүсе “Ритейл аҙналығы” Халыҡ-ара бизнес һәм власть форумына әҙерлек сиктәрендә уҙа. Көн тәртибендә – ваҡлап һатыу баҙарындағы хәл һәм сауҙа секторында заманса трендтар.
Республика Башлығы ултырышта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының 100 йыллығы менән ҡотланы һәм төбәк иҡтисады, социаль өлкәһе өсөн тармаҡтың мөһим булыуын билдәләне.
– Сауҙа – төбәгебеҙ иҡтисадының төп өлкәләренең береһе, унда 300 меңдән ашыу кеше эшләй. Башҡортостанда 27 мең сауҙа объекты – ул бик яҡшы күрһәткес, – тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хәбиров. – Сауҙа тармағы үҫешенең күп күрһәткестәре буйынса республика илдә алдынғы позицияларҙы биләй. Йыл һайын ваҡлап һатыу әйләнеше арта. 2024 йылдың тәүге ярты йыллығында ул 11,4 процентҡа артҡан. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында – икенсе, илдә һигеҙенсе урында тора.
Республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының ҡаҙаныштары араһында Радий Хәбиров электрон коммерцияның ҙур платформалары менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙәге уңыштарҙы билдәләне.
– Башҡортостанда ҙур маркетплейстар өсөн етештереү майҙансыҡтары төҙөү буйынса проекттар әүҙем тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, 2024 йылда Благовещен районында OZON компанияһының логистик комплексын асырға ниәтләйбеҙ, – тип һөйләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров шулай уҡ республиканың сауҙа хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Пленар ултырышта видеобәйләнеш режимында Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Эске сауҙаны үҫтереү департаменты директоры Никита Кузнецов сығыш яһаны. Ул Башҡортостандың ҡулланыусылар кооперацияһын һәм юл яны сервисын үҫтереү өлкәһендәге ҡаҙаныштарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев үҙ сығышында инвестиция сәйәсәте өлкәһендәге уңыштарға айырым иғтибар бирҙе. Ведомство оҙатыуында сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, юл яны сервисы һәм склад логистикаһы өлкәһендә 240 проект бар. Инвестицияларҙың дөйөм күләме - 50 миллион һум самаһы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.