Ун һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған ҡымыҙсылар фестивале быйыл да Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында үтте. Көн ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, байрамға өс меңдән ашыу кеше килгән ине. Быйыл сарала республиканың 13 районынан 18 ҡымыҙсы ҡатнашты. Фестивалгә килеүселәр иһә һәр кемдең ҡымыҙын эсеп ҡарап, оҡшаған эсемлек өсөн тауыш бирҙе. Был һөҙөмтәләр буйынса “Тамашасылар һөйөүе” номинацияһы билдәләнәсәк.
Жюри ағзалары – Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов, Башҡортостандың Ветеринария буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Азат Йыһаншин, Башҡортостандың «Аҡбуҙат» ат сабыштары һәм ат спорты буйынса компетенция үҙәге директоры Руслан Фәйзуллин һәр ҡатнашыусы менән шәхсән танышып, дәүләт ярҙамы алыу мәсьәләһе, ҡымыҙ етештереү һәм һатыуҙа ауырлыҡтарҙың булыу-булмауы, нисә баш мал тотоуҙары һәм башҡалар тураһында ентекләп һорашты.
Фестивалгә килгән тамашасылар ат ярыштарын ҡыҙыҡһынып ҡараны. Дүрт йәшлек айғыр һәм бейәләр араһында ярыш көсөргәнешле барҙы. Айғырҙар араһында Ксения Морозова ҡулы аҫтында тәрбиәләнгән "Профессионал" ҡушаматлы айғыр еңеүсе булды. Башҡорт аттары араһында Белорет районынан "Ирәмәл" ҡушаматлы атта Айдамир Әсәҙуллин еңде.
Быйыл беренсе тапҡыр “Аҡбуҙат” ипподромында һыбай килеш уҡ атыу ярышы үтте. Башҡорт аттарында туғыҙ уҡсы ярышты. Еңеүсе тип Рушан Хәсәнов билдәләнде.
Шулай уҡ өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары үҙенсәлекле ҡул эштәре әйберҙәрен һатып алыу мөмкинлеге биргән һөнәрселәр йәрминкәһендә ҡатнашты, “Бишбармаҡ” оркестры, “Хазина” этно-төркөмө һәм ДарМан проекты сығыштарына бейене.
Былтырғы конкурста еңеү яулаған Ильяс Һибәтов быйыл да жюри ағзаларына ҡымыҙын тәҡдим иткән.
- Аттар йәйләүҙә йөрөй, ҡылған ашай. Ҡатыным ҡымыҙҙы һауа, әсәйем боронғоса итеп бешә. Атайымдар егерме йылдан ашыу ҡымыҙсылыҡ менән булалар. Беҙ иһә ҡатыным менән алты йыл самаһы шөғөлләнәбеҙ, - ти Ильяс.
Ҡымыҙ данын яулаған Әлшәйҙән ике ҡымыҙсы ҡатнашты фестивалдә. Ҡаран ауылынан Нәфис Мостафин фестивалгә 300 литр ҡымыҙ алып килгән.
- Быйыл беҙҙең йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгәнгә егерме йыл булды. Әлеге мәлдә 300 баш йылҡыбыҙ бар. Төп йүнәлешебеҙ - ҡымыҙ. Шифаханаларға тапшырабыҙ. Ҡымыҙсылар байрамдарында ҡатнашырға тырышабыҙ. Был тәү сиратта тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу сараһы. Бындай фестивалдәр ҡымыҙсыларға кәрәк. Тәү сиратта үҙеңдең етештергән тауарыңдың сифатын белеү, һатып алыусылар даирәһен арттырыу өсөн мөһим, - ти крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе.
Әлшәй районының Ыҫлаҡ ауылынан Әлфиә Ғәниева етештергән ҡымыҙҙың даны бөтә республикаға билдәле. Тормош иптәше менән улар ун биш йылдан ашыу ҡымыҙсылыҡ, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Төрлө республика ярыштарында еңеүҙәре менән оҫта ҡымыҙсы исемен раҫлап тора.
— Беҙҙең ҡымыҙға һәр ваҡыт ихтыяж булды. Уны етерлек кимәлдә етештереү мәсьәләһе килеп тыуҙы. Шуға ла етештереү күләмен арттырыу тураһында уйланыҡ. 2021 йылда "Агростартап" грант программаһында ҡатнашырға булдыҡ. Конкурста еңеп сыҡтыҡ һәм 2,7 миллион һум оттоҡ, ошо аҡсаға башҡорт тоҡомло 10 ат, трактор, йөк тейәгес һатып алдыҡ. Дәүләт ярҙамы бик урынлы булды. Мал аҙығы культураларын үҫтереү өсөн үҙебеҙҙең ауыл хужалығы техникаһын һатып ала алдыҡ, ҡымыҙ етештереүҙе арттырҙыҡ, - ти Әлфиә Ғәниева.
Бөгөн Ғәниевтәрҙең хужалығында 100-ҙән ашыу башҡорт тоҡомло ат бар, шуларҙың 26-һы - һауын бейәһе. Көн һайын 220 литр ҡымыҙ етештерәләр. 70 гектар ерҙә мал аҙығы әҙерләү өсөн иген культуралары сәсәләр, бесән әҙерләйҙәр.
Алыҫ араларҙы яҡынайтып Учалы районының Байрамғол ауылынан Сажиҙә Шәрипова ла килгән. Сажиҙә Шәүҡәт ҡыҙы - оҙаҡ йылдар крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе. Хужалыҡта ҡымыҙҙы боронғоса ыҫлап эшләйҙәр.
- Әлеге мәлдә һауын бейәләр 80 баш тирәһе. Көнөнә 250 литр ҡымыҙ етештерәбеҙ. Был байрамда икенсе йыл ҡатнашабыҙ. Былтыр сараның шарттары менән танышып, сирҡаныс алып ҡайтҡайныҡ, быйыл ныҡлап әҙерләнеп килдек. Беҙҙең ҡымыҙыбыҙ ҡуйы, боронғо йолалар буйынса ыҫланып эшләнә. Пандемия үткәндән һуң, ҡымыҙҙы халыҡ күпләп эсә башланы. Шуға ҡыуанам. Ҡымыҙҙың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ, - ти Сажиҙә апай.
Автор фотолары.