Бөгөн илебеҙ һәм республикабыҙ алдында торған мөһим бурыстарҙың береһе – иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү. Тотороҡло эшләгән сәнәғәт, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырған компаниялар, уңайлы бизнес мөхит – быларҙың барыһы ла социаль өлкәне үҫтереү, ышаныслы киләсәкте булдырыу өсөн кәрәк. Шуға күрә Башҡортостанда инвестициялар йәлеп итеү өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Бизнес өсөн бюрократик кәртәләр кәметелә, махсус иҡтисади зоналар булдырыла, төрлө преференциялар тәҡдим ителә.
Был эштең барыһы ла “Инвестиция сәғәте” ултырышында сағыла. Бындай форматындағы ултырыштар 2018 йылдан алып республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән үткәрелә.
“Инвестиция сәғәте” форматындағы ултырыштар инвесторҙар менән эш итеүҙең һәм тиҙ арала идара итеү ҡарарҙары ҡабул итеүҙең иң һөҙөмтәле ҡоралы", – тине Радий Хәбиров.
Был саралар төрлө кимәлдәрҙә үтә. Муниципаль кимәлдәгеһе аҙна һайын район хакимиәте башлығында үтһә, ҙур проекттар республика кимәлендәгеһенә сығарыла. Уларҙы Радий Хәбиров үҙе ҡарай. Һәр эшҡыуар үҙенең проектын тәҡдим итә һәм ярҙамға өмөт итә ала.
Әйткәндәй, был Радий Хәбиров вазифаға килеү менән индергән тәүге тармаҡ сәғәте булды. Бындай эш форматы үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәткәс, башҡа тармаҡтарҙа ла ошондай ултырыштар башланды.
“Ярҙамдың был инструменты бизнес һәм власть араһында ышаныс күперенә әйләнде. Эшҡыуарҙар менән мөнәсәбәттәр булдырыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт әйтәм. Был бик ауыр, ентекле эш, әммә ул төбәк иҡтисадына һәм халыҡҡа үҙ файҙаһын килтерә”, – тине Радий Хәбиров.
Һандар нимә һөйләй?
2019 йылдан 2023 йылға тиклем “Инвестиция сәғәт”е ултырыштарында дөйөм суммаһы 11,0128 триллион һум тәшкил иткән 553 проект ҡаралған. Улар 81323 яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота. Ағымдағы йыл башында республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә 340 проект индерелгән. Уларҙың дөйөм хаҡы 836,8 миллиард һум һәм 34,8 мең яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота. Биш йылда бизнесмендар республикаға 201,6 миллиард һум аҡса һалған. Тормошҡа ашырылған проекттар арҡаһында әленән 6748 яңы эш урыны булдырылған.
Әйткәндәй, быйыл апрелдә ил Президенты Владимир Путин менән осрашҡан саҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уға республиканың үҫеше һөҙөмтәләре тураһында һөйләгәйне. Ул саҡта дәүләт башлығы республиканың МХО-ға ярҙам итеүҙә алдынғылыҡты бирмәүен, төбәктең инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыс булыуын, йылдам торлаҡ төҙөлөшө темптарын, юғары белемгә һәм фәнгә ярҙамын юғары баһалағайны.
Белгестәр билдәләүенсә, инвестиция сәғәттәре – ул үҙенсәлекле система ҡоралы, уны индереү төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтергә мөмкинлек бирҙе. Бынан тыш, инвестор юғары вазифалы кешенән гарантия ала һәм ведомство-ара характерҙағы ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә ала. Инвестиция сәғәттәре ултырыштарында ҡатнашыусылар составына Башҡортостан власы, урындағы үҙидара органдары һәм беҙҙең төбәктә эшҡыуарлыҡҡа үҫешергә булышлыҡ итеүсе башҡа ойошмалар вәкилдәре лә инеүе осраҡлы түгел. Шуныһы мөһим: эшҡыуарлыҡ вәкилдәре бюрократик процедураларҙы урап үтеп, Радий Хәбировҡа һәм Хөкүмәткә таяна ала.
Инвестиция сәғәттәре власть һәм бизнестың уңайлы һөйләшеү алымын булдыра. Был төбәккә капитал һалыу менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Һөҙөмтәлә яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итеү. Был, үҙ сиратында, эшһеҙлек кимәлен кәметеүгә һәм социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Бынан тыш, бындай ултырыштар инвестиция проекттарын ҡарау ваҡытын ҡыҫҡартырға, һуңынан дәүләт ярҙамы күрһәтеү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә. Ошо юл менән республика инвестиция мөхите кимәлендә урта урындарҙан Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингы лидерҙарына күсте.
“Хәҙер беҙҙең ориентир, Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттары кеүек үк, инвестицияларҙың ярайһы уҡ артыуы. Стратегик башланғыстар агентлығының Башҡортостанды ла индереп, бөтә төбәктәрҙе дәртләндереүсе төп проекттарының береһе – Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы. Киҫкен конкуренция шарттарында быйыл тәүге тапҡыр рейтинг лидерҙары иҫәбенә индек. Күрһәткестәрҙең яртыһы буйынса тиерлек беҙ А төркөмөнөң алдынғы категорияһына индек. Бындай һөҙөмтәгә инвестиция проекттарына талаптарҙы оптималләштереү һәм бюрократик кәртәләрҙе кәметеү буйынса аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеп килдек, – тип билдәләне Радий Хәбиров быйыл июль айында Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева ҡатнашлығында республиканың бизнес берләшмәһе менән осрашыуҙа. – Тағы ла ҡабатлайым, бизнес өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыу – идара итеү командаһы эшенең мөһим өҫтөнлөктәренең береһе. Беҙ диалог алып барыу өсөн һәр ваҡыт асыҡ”.
Инвестиция сәғәттәрендә республикала ныҡлап үҫешмәгән йәки өҫтөнлөклө үҫеште талап иткән етештереүҙең яңы йүнәлештәренә һәм тармаҡтарына ҙур иғтибар бирелә.
Республика кимәлендә үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫлап, инвестиция сәғәттәре Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса һуңғараҡ Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында индерелде. Был ултырыштарҙы республиканың инвестиция сәйәсәтенең төп ҡоралы тип атарға мөмкин. Шуға күрә лә ултырыштарҙың тап ошо форматы Рәсәйҙә иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһе тип табылыуы осраҡлы түгел. Ул республикаға алдынғы төбәктәр иҫәбенә инергә мөмкинлек бирә.
Әйткәндәй, май аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибайҙа республика Инвестиция комитетының “Урал аръяғы” бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында уҙған күсмә ултырышында дөйөм суммаһы 7 миллиард һумдан ашыулыҡ бер нисә проект менән таныштырҙы. Атап әйткәндә, сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында һәм ауыл хужалығында күләмле проекттар ҡаралды. Тәҡдим ителгән проекттарҙың 80 процентын Урал аръяғы биләмәһендә тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Дәүләт ярҙамы саралары
Республика инвесторҙары өсөн бөгөн бер төркөм дәүләт ярҙамы саралары бар. Улар араһында – һалым льготалары, инвестиция һалым ҡайтармаһы, инженер инфраструктураһын төҙөүгә сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар, ҡорамалдар һатып алыуға һәм агросәнәғәт комплексы объекттарын яңыртыуға субсидиялар.
Бынан тыш, 2023 йылдың июлендә республика властары инвесторҙар өсөн дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеген ябайлаштырҙы, инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында килешеү индерелде. Ул компанияға ойошма мөлкәтенә льготалар алыу йәки инвестиция һалым ҡайтармаһын ҡулланыу мөмкинлеге биргән табышҡа һалым буйынса (20 процент ғәҙәти режимда) льгота алырға мөмкинлек бирә.
Мәҫәлән, инвестор тарафынан бирелгән документтар һаны алты тапҡырға (элек пакет 18 документтан тора ине, хәҙер 3) һәм преференциялар һәм ер участкалары биреү тураһында ҡарарҙар ҡабул итеү оҙайлығы ике тапҡырҙан ашыуға кәметелде.
Бынан тыш, дәүләт ярҙамын алыу өсөн бөтә талаптар ҙа “нулгә” әйләндерелгән. Ер участкаларын сауҙа үткәрмәйенсә ҡуртымға биреү процедураһы ябайлаштырылды. Әле финанс ярҙамының сикке кимәле (һалым ташламалары, субсидиялар) – инвестицияларҙың суммаһынан 30 процент. Сауҙалашыу үткәрмәйенсә ҡуртымға бирелгән ер участкаларына ҡарата ла ошондай уҡ шарт билдәләнгән. Уларҙың кадастр хаҡы инвестициялар суммаһынан 30 процентҡа артмаҫҡа тейеш. Ауыл хужалығы һәм туризм өлкәһендәге проекттарға ғына был ҡағылмай, улар буйынса иң юғары кадастр хаҡы 50 процент тәшкил итә.
Биш йыл эсендә өҫтөнлөклө инвестиция проекттары инициаторҙарына 21,1 миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамы саралары күрһәтелгән, шул иҫәптән һалым льготалары – 18,8 миллиард һум, инвестиция һалым ҡайтармаһы – 0,8 миллиард һум, инженер инфраструктураһы төҙөүгә сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар – 0,9 миллиард һум, ҡорамалдар һатып алыуға субсидиялар – 0,2 миллиард һум, агросәнәғәт комплексы объекттарын яңыртыуға субсидиялар – 0,35 миллиард һум.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл июль айында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Ағиҙел ҡалаһы биләмәһендә уңайлы һалым режимын билдәләгән закондар ҡабул итте. Өҫтөнлөктәр эшҡыуарҙарға ярҙам итеүгә һәм Ағиҙелдә иҡтисади әүҙемлекте арттырыуға йүнәлтелгән.
Башҡортостандың иң ҙур инвестиция проекттары
Иң ҙур, тамамланған проекттар иҫәбендә – “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 41,8 миллиард һумлыҡ каталитик крекинг комплексы. Был комплекс – һуңғы 30 йылда сәнәғәт майҙансығында төҙөлгәндәрҙең иң ҙуры. 2021 йылда каткрекинг комплексын сафҡа индереү Евро-5 талаптарына яуап биргән юғары октанлы автомобиль бензинын етештереүҙе арттырырға мөмкинлек бирҙе.
2021 йылда Башҡортостандың Әбйәлил районында Cemix ProWhite Рәсәйҙә аҡ цемент сығарыуға махсуслашҡан тәүге заманса юғары технологиялы заводы эшләй башланы. Төҙөлөштөң ҡоро ҡатнашмаларын етештереү буйынса завод төҙөлөшөнөң беренсе этабына инвестициялар күләме 5,5 миллиард һум тәшкил итте. Производствоны асыу тантанаһында Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашты.
“Мин ҙур иҡтисадсы түгел, әммә тормош тәжрибәм шуны раҫлай:"инвестиция“ һүҙе менән бегә һәр саҡ йәнәшәлә “ышаныс” һүҙе тора. Ышаныс бар икән, әгәр һине кеше, ир-егет булараҡ хөрмәт итһәләр, һинең һүҙеңә ышанһалар, инвестициялар килер”, – тигәйне Башҡортостан Башлығы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Әбйәлил районына сәфәре йомғаҡтары буйынса журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.
2022 йылдың сентябрендә Благовещенда икенсел сеймал йәлеп ителгән ПЭТ-гранула производствоһы эшләй башланы. “Полиэф”тың яңы ҡеүәте арҡаһында йыл һайын ҡабаттан етештереүгә 1,7 миллиардҡа тиклем пластик шешә йәлеп ителеүе мөмкин. Инвестициялар күләме 4,4 миллиард һум тәшкил итте.
2023 йылдың көҙөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Беларусь премьер-министры Роман Головченко Өфөлә “Амкодор” заводын төҙөүгә старт бирҙе. “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә Белоруссияның “Амкодор” компанияһы игенде урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн машиналар һәм ҡорамалдар етештереү буйынса завод төҙөлөшөнөң капсулаһын һалыу тантанаһы булды. Һалынған аҡсаның дөйөм күләме 2,5 миллиард һумға баһалана. Завод асылғандан һуң унда 200-ҙән ашыу белгес эшләйәсәк.
Ни өсөн инвесторҙар беҙҙе һайлай?
Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, инвесторҙар менән эшләгәндә үҙ-үҙеңде тынысландырырға ярамай.
“2023 йылда беҙ бик алға киттек. Әлбиттә, алдағы биш йылда ла инвестициялар буйынса артҡанбыҙ. Әммә ниндәйҙер мәлдә был хәрәкәттең туҡтап ҡалыуын күрә башланым. Беҙ нимә булғанын анализлай башланыҡ. Ысынында, бизнесмендар – бик эшлекле кешеләр, уларға артыҡ дәүләт бюрократияһы ҡамасаулай. Шуға күрә беҙ республика менән үҙ-ара эш итеүҙе дебюрократлаштырҙыҡ, – тине Радий Хәбиров, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы-2024 йомғаҡтарына аңлатма биреп. – Шул уҡ ваҡытта үҙенең иҫәбенә ҡарарҙар ҡабул иткән бизнесҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ул мөлкәтен, статусын хәүеф аҫтына ҡуя. Эшҡыуарҙарҙың Башҡортостанға инвестицияларға ҡарар итеүе – беҙҙең идара итеү командаһына етди ышаныстың бер өлөшө”.
2024-2025 йылдарҙа Башҡортостанда Благовещенда 6,1 миллиард һумлыҡ инвестиция күләме менән ОЗОН күмәртә-бүлеү үҙәге кеүек ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тамамларға ниәтләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта төбәктә Ауырғазы районының Ишле ауылы эргәһендә 4,3 миллиард һумға заманса һөт-тауар фермаһы һәм һыйыр малын һимертеү майҙансығы эшләй башларға тейеш.
Бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырып, Башҡортостан һүҙҙә түгел, ә эштә үҙенең инвестиция йәлеп итеүсәнлеген күрһәтә. Республика һәм ил өсөн иҡтисади һәм сәнәғәт үҫешенең әһәмиәтле булыуына ҡарамаҫтан, инвестицияларҙың индекстары һәм күрһәткестәре, миллиардтарҙа һәм триллиондарҙа сағылһа ла, кешеләрҙең йәшәү кимәленә һәм сифатына тәьҫир итеүе менән генә мөһим.
“Властың бөтә эштәренең мәғәнәһе юҡ һәм улар иң мөһиме – кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелмәһә, ғәҙел тәнҡитләнәсәк. Был – лайыҡлы эш, һәйбәт медицина, мәғариф, уңайлы мөхит, спорт һәм мәҙәниәт”, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.