Иҡтисад
8 Август 2024, 16:30

Төбәктә пассажирҙар ташыу үҫеше мәсьәләләре ҡаралды

Осрашыуҙа тикшерелгән мөһим мәсьәләләрҙең береһе – 2024 йылдың декабрендә Өфө–Мәскәү рейсын сафҡа индереү. 

Төбәктә пассажирҙар ташыу үҫеше мәсьәләләре ҡаралдыТөбәктә пассажирҙар ташыу үҫеше мәсьәләләре ҡаралды
Төбәктә пассажирҙар ташыу үҫеше мәсьәләләре ҡаралды

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 8 августа Өфө вокзалы бинаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Куйбышев тимер юлы - "РЖД" яуаплылығы сикләнгән акционерҙар ойошмаһы филиалы етәксеһе Вячеслав Дмитриев менән осрашты. Көн тәртибендә – пассажирҙар транспортын үҫтереү перспективалары һәм республикала социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу.

Осрашыуҙа тикшерелгән мөһим мәсьәләләрҙең береһе – 2024 йылдың декабрендә Өфө–Мәскәү рейсын сафҡа индереү. Состав Өфөнән  Ульяновск һәм Бөгөлмә аша Мәскәүгә киләһе тәүлеккә барып етәсәк. Икенсе мөһим йүнәлеш: республика аша үткән Силәбе–Мәскәү поездарын ике ҡатлы вагондарға күсереү.

- Башҡортостан беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш. Төбәк ағымдағы йылда пассажирҙар ташыуҙың артыуын күрһәтә. Былар барыһы ла республиканың идара итеү командаһының быға ҙур иғтибар бүлеүе арҡаһында килеп сыға, сөнки халыҡтың уңайлылығы һәм мобиллеге – был бик мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Вячеслав Дмитриев.

Шулай уҡ Куйбышев тимер юлы етәксеһе күрһәткестәрҙең, шул иҫәптән йөк ташыу өлкәһендә лә, артыуын билдәләне. Республикала 2024 йылдың ете айында контейнерҙарҙа 662 мең тонна йөк оҙатылған, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро күрһәткестәренән 9 процентҡа юғарыраҡ.

Төбәк башлығы Радий Хәбиров республиканың тимер юл инфраструктураһын үҫтереү өлкәһендәге уңыштарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Биш йыл эсендә пассажирҙар ташыу күләмен ике тапҡырға арттырҙыҡ. Йыл һайын Башҡортостанда был күрһәткес 20 процентҡа арта. Ни өсөн шулай була? Сөнки уларҙың составын яңыртыу бик мөһим: иҫке электричкалар урынына хәҙерге заман “Орланы”, “Финисты”, “Ласточки” барлыҡҡа килә. Шулай уҡ яҡшы маршрут схемалары тәҡдим ителә – быларҙың барыһы ла халыҡҡа уңайлы булһын өсөн. Беҙҙең Көньяҡ радиусыбыҙ, Көнсығыш, Көнбайыш радиустарыбыҙ бар. Хәҙер Урал радиусын үҫтерәсәкбеҙ. Туймазыға тиклем тура тиҙ йөрөшлө поезды ебәрергә теләйбеҙ. Ә Урал аръяғына Сибайға тиклем  6-7 сәғәттә барып етеү мөмкинлеге булһын өсөн тырышасаҡбыҙ”, - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас