Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Август , 15:00

"Хәләл"дә аштар тәмле, хаҡтары "тешләшмәй"

"Май һәм октябрь айҙарында беҙҙең кафела кешеләр өҙөлмәй, көнөнә 100–гә яҡын кешене хеҙмәтләндерәбеҙ. Кемдер үҙе менән алып китә, икенселәренә һут йәки ҡымыҙ кәрәк, өсөнсөләре рәхәтләнеп ҡапҡылап сыға. Мәшәҡәтле осор булһа ла, табышлы," – тип йылмая кафе хужабикәһе Гөлфиә Булатова.

"Хәләл"дә аштар тәмле, хаҡтары "тешләшмәй"
"Хәләл"дә аштар тәмле, хаҡтары "тешләшмәй"

Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, юл буйы сервисы – төбәкте үҫтереүҙең перспективалы һәм инвестициялар йәлеп итеүсе йүнәлештәренең береһе. Башҡортостанда 2024 йылға тиклем юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһы ғәмәлдә. Уның төп йүнәлештәре – тармаҡ инвесторҙарына ярҙам итеү, “ер банкы” – потенциаль төҙөлөш майҙансыҡтары портфелен булдырыу.

“Башҡортостанда автомобиль юлдары селтәре бик үҫешкән, шуға күрә юл буйы сервисы системаһы беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Был йүнәлешкә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү программаһы сауҙаһыҙ ер участкаларын айырым тәртиптә бүлеүҙе күҙ уңында тота. Икенсеһе – инженер һәм транспорт инфраструктураһын булдырыуға сығымдарҙы 30 миллион һумға тиклем ҡаплау инвесторҙарҙы йәлеп итә. Был бизнес өсөн ҙур ярҙам, сөнки юл буйы сервисы объекттарының уртаса хаҡы 100-200 миллион һум тәшкил итә.

Юл буйы сервисы инфраструктураһының үҫеше төбәккә туристар ағымының артыуына сәбәпсе була”, – тине үҙенең бер сығышында Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Йылайыр районың Юлдыбай ауылы Магнитогорск – Ира автомобиль юлының тап уртаһында урынлашҡан. Көнөнә был трассанан йөҙҙәрсә автомобиль, меңдәрсә кеше үтә. Юлдағылар һәр саҡ тамаҡ ялғап алырға кафеларға туҡтай, ял итә һәм юлын дауам итә.

Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы егете Заһир Булатов кәләш алмаҫ элек Юлдыбай ауылында машина йүнәтеү оҫтаханаһы аса. Юлсылар улар янына туҡтап, машиналарын ремонтлағанса, ни эшләргә белмәй йөрөүен күргәс, киләсәктә кафе төҙөү теләге менән яна. Кәләш алғас, аҡрынлап хыялын тормошҡа ашыра башлай. Тап үҙенең оҫтаханаһы янынан ер бүлеме ала һәм үҙ көсө менән бина төҙөп ултырта. Ҡатыны Гөлфиә исеменә “Хәләл” тип аталған кафе 2019 йылда үҙ ишектәрен аса.

Аш-һыуҙы һайлап алыу кәштәһендә беренсе һәм икенсе аш-һыу – төрлө аш, гуляш, котлет, хәләл иттән бешерелгән ризыҡтарҙы һайлап алырға мөмкин. Шулай уҡ йылы һәм тәмле ҡамыр ризыҡтары – өсмөйөш, кәбеҫтә һәм картуф ҡушылған бөйөрөк–бәлештәр бар. Төрлө эсемлектәр ҙә, шул иҫәптән, ҡымыҙ ҙа урынлаштырылған. Ҡымыҙҙы Баймаҡ районы Алғаҙы ауылынан алып киләләр.

Хаҡтар ҙа “тешләшмәй", арзан хаҡҡа тәмле һәм туҡлыҡлы ашарға мөмкин.

— Май һәм октябрь айҙарында беҙҙең кафела кешеләр өҙөлмәй, көнөнә 100–гә яҡын кешене хеҙмәтләндерәбеҙ. Кемдер үҙе менән алып китә, икенселәренә һут йәки ҡымыҙ кәрәк, өсөнсөләре рәхәтләнеп ҡапҡылап сыға. Мәшәҡәтле осор булһа ла, табышлы, –тип йылмая кафе хужабикәһе Гөлфиә Булатова.

Бөтәһе алты кешегә эш урыны булдырылған. Кәрәк ваҡытта ваҡытлыса эшселәр йәлеп ителә. Коллективта тәжрибәле ашнаҡсылар эшләй, иң мөһиме – продукция сифатына ҙур иғтибар бирелә. Бөтә аш-һыу һәм бешереү шунда уҡ, цехта башҡарыла. Беҙ барғанда Нурия Сәйетҡолова менән Нәйлә Атанбаева итле бөйөрөктәр әҙерләһә, Миләүшә Әминева клиенттарға сәй әҙерләп өлгөртә алмай.

Уңған һәм тырыш Гөлфиә менән Заһир Булатовтар ғаиләһендә өс бала үҫә. Айназ менән Наҙгөл бәләкәс Әминәне ҡарашырға ярҙам итә.

Киләсәктә кафены ҙурайтыу теләге менән яна эшҡыуар ҡатын һәм бының өсөн республика Башлығы Радий Хәбировтың юл сервисын үҫтереүгә тәҡдим иткән программаларҙа ҡатнашырға һәм юлсылар өсөн Ира – Магнитогорск автомобиль юлындағы иң шәп һәм сифатлы, хәләл һәм туҡлыҡлы аш-һыу, ризыҡтар тәҡдим иткән кафе булдырырға хыяллана. Иң мөһиме – теләк бар, ә ҡалғанын ваҡыт күрһәтер

Михаил Люляев, Йылайыр районы хакимиәте башлығының Инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса урынбаҫары, район бизнес-шерифы

–Юл буйы сервисының яңы объекттарын булдырыу һәм инвесторҙар йәлеп итеү өсөн юл буйы сервисы өлкәһендә проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге буйынса райондың эшҡыуарҙары менән хеҙмәттәшлек ойошторолдо. Төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа яңы юлдар төҙөлә һәм юл буйы сервисының 13 объектты эшләй.

Азат Сәлимов, такси водителе (Күгәрсен районы)

– Мораҡтан йыш ҡына Мәләүез, Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ райондарына һәм Сибай ҡалаһына кешеләр ташыйым. Юл буйында төрлө кафелар бар, әммә һәр саҡ Юлдыбайҙағы “Хәләл” кафеһында туҡтап, туҡланып китәм. Беренсенән, хәләл изыҡтар булыуы оҡшай, тәмле лә. Икенсенән, арзан. Ашнаҡсыларҙың яғымлы булыуҙары аштарҙы тәмле итә.

Автор фотолары

"Хәләл"дә аштар тәмле, хаҡтары "тешләшмәй"
"Хәләл"дә аштар тәмле, хаҡтары "тешләшмәй"
"Хәләл"дә аштар тәмле, хаҡтары "тешләшмәй"
"Хәләл"дә аштар тәмле, хаҡтары "тешләшмәй"
"Хәләл"дә аштар тәмле, хаҡтары "тешләшмәй"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: