Иҡтисад
11 Август 2024, 11:30

Бөгөн - Төҙөүселәр көнө!

Уларҙың ҡулдары менән ғәҙәти булмаған, уникаль биналар, ябай, әммә уңайлы һәм йылы йорттар төҙөлә. Һәм бөгөн улар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Бөгөн - Төҙөүселәр көнө!Бөгөн - Төҙөүселәр көнө!
Бөгөн - Төҙөүселәр көнө!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең телеграмма-каналында төҙөүселәрҙе һөнәри байрамы менән ҡотланы.
"Беҙҙең һәр беребеҙ бер аҙ төҙөүсе: киләсәгебеҙҙе, балаларыбыҙҙың киләсәген, һәр беребеҙ йортобоҙҙо, ҡалабыҙҙы, республикабыҙҙы төҙөкләндерергә тырышабыҙ.

Әммә беҙҙең арабыҙҙа үҙенсәлекле кешеләр бар, улар өсөн төҙөлөш — һөнәр. Уларҙың ҡулдары менән ғәҙәти булмаған, уникаль биналар ҙа, иң ябай, әммә уңайлы һәм йылы йорттар ҙа төҙөлә. Һәм бөгөн улар үҙҙәренең байрамын билдәләй.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан - Рәсәй төбәктәре араһында төҙөлөш тармағы лидерҙарының береһе. Был юҫыҡта, Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров командаһы һәм Хөкүмәтебеҙ ғорурланырға лайыҡлы! Был өлкәлә беҙ тәүге 10 субъектҡа инәбеҙ. Былтыр "Төҙөлөш" эшмәкәрлеге төрө буйынса башҡарылған эштәрҙең дөйөм күләме 403 миллиард һумға еткән. Был күрһәткес 2021 йылдан алып даими үҫә.

Айырыуса, торлаҡ төҙөлөшөнөң юғары темптары ҡыуандыра. Улар буйынса беҙ Рәсәйҙә алтынсы урынды биләйбеҙ. Әгәр кешеләр йорт һәм фатир һатып ала икән, тимәк, улар бында йәшәргә һәм эшләргә, ғаилә ҡорорға, бала табырға әҙер. Былтыр республикала дөйөм майҙаны 3,3 миллион квадрат метрҙан ашыу 43,5 мең фатир сафҡа индерелде. Был 2022 йылға ҡарағанда 8,3 процентҡа күберәк. Биш йыл эсендә Башҡортостанда 600 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Был осорҙа йыл һайын торлаҡты сафҡа индереү тарихи максимумына етә. Беҙ - бөгөн иң күп йорт төҙөүселәр!

Төҙөүселәр тырышлығы менән беҙ иң киҫкен социаль проблемаларҙың береһен хәл иттек – алданған өлөшсөләр алдындағы бурыстарҙы үтәй алдыҡ. 2019 йылда эшләй башлағанда Башҡортостанда уларҙың һаны 10 меңдән ашыу ине. Былтыр беҙ был мәсьәләне ябып, ҡалған 2145 граждандың хоҡуҡтарын тергеҙҙек.

Көн һайын республикала күп ҡатлы йорттар үҫә, яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, поликлиникалар һәм дауаханалар, спорт ҡоролмалары файҙаланыуға тапшырыла, яңы юлдар, күперҙәр, транспорт һәм социаль инфраструктура объекттары төҙөлә. Тормошобоҙҙоң нисек яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күрәбеҙ.

Шул айҡанлы, был мөһим ижади һөнәр менән шөғөлләнгәндәрҙең барыһына ла, төҙөгән бөтә ҡоролмаларығыҙ быуаттар буйына торһон һәм матурлығы, ныҡлығы менән кешеләрҙе ҡыуандырһын, тип теләйем! Башҡортостан хаҡына яңы ҡаҙаныштар, именлек, һаулыҡ, бәхет һеҙгә!"

Фотолар: Андрей Назаровты телеграм-каналы.

Бөгөн - Төҙөүселәр көнө!
Бөгөн - Төҙөүселәр көнө!
Бөгөн - Төҙөүселәр көнө!
Бөгөн - Төҙөүселәр көнө!
Бөгөн - Төҙөүселәр көнө!
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас