«2024 йыл башынан Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан Республикаһы фермерҙарына дөйөм суммаһы 11 миллиард һумлыҡ ташламалы ҡыҫҡа мөҙҙәтле кредит алыу буйынса 349 ғаризаны хупланы. Төбәккә ташламалы ҡыҫҡа мөҙҙәтле кредитлау механизмын тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан 486,3 миллион һум субсидия бүленгән», — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
2024 йыл башынан Рәсәй ауыл хужалығы банкының Башҡортостан бүлексәһе Башҡортостан фермерҙарына ярҙамға 4,6 миллиард һум аҡса бүлгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 27 процентҡа күберәк. Атап әйткәндә, миҙгелле баҫыу эштәренә 3,1 миллиард һум кредит бүленгән, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 12 процентҡа күберәк, шул иҫәптән - ташламалы ставка буйынса 2,6 миллиард һум.
Республиканың агросәнәғәт комплексына бирелгән аҡсаның 3,9 миллиард һумын (уҙған йыл менән сағыштырғанда +39 %) төбәктең бәләкәй һәм урта предприятиеларының ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына 743 миллион һум (+10 %) алған, тип билдәләй Рәсәй ауыл хужалығы банкының матбуғат хеҙмәте.
«Ғөмүмән, ауыл хужалығы тармағын бөтә миҙгелле кредитлау тураһында һүҙ барһа, кредиттарҙың 89 процентын уңайлы кредиттар тәшкил итә. Йыл башынан Рәсәй ауыл хужалығы банкы Башҡортостан фермерҙарына 5 миллиард һум самаһы аҡса бирҙе, шуларҙың 4 миллиард һумдан ашыуын ауыл хужалығы тармағы ташламалы шарттарҙа алды», — тине Башҡортостан бүлексәһе директоры Алексей Самсонов.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектының (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса ауылда үҙ эшен булдырып, ерҙә эшләгән эшҡыуарҙарға ҙур иғтибар бүленә.
Фото Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан алынды.