2019-2023 йылдарҙа республиканың фермер хужалыҡтарына грант ярҙамына 3,3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Был хаҡта 12 августа республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
Финанс ярҙамы алыу, шул иҫәптән федераль һәм төбәк ярҙам саралары сиктәрендә, ауылда хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын үҫтереүҙең мөһим факторына әйләнде. Шулай итеп, һуңғы биш йылда аграрийҙар 12 мең баштан ашыу мал, алты мең ҡош-ҡорт, ике мең бал ҡорто күсе, өс меңдән ашыу төрлө ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алған. Был хужалыҡтарҙың тотороҡло үҫешен, шулай уҡ үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһын етештереүҙең һәйбәт динамикаһын тәьмин итергә мөмкинлек бирҙе.
– Республикала 8,4 меңдән ашыу фермер хужалығы иҫәпләнә, улар йыл һайын тулайым ауыл хужалығы продукцияһының 15 процентын етештерә, – тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. – 2023 йылда фермер хужалыҡтары игендең һәм көнбағыштың өстән бер өлөшөн, шәкәр сөгөлдөрөнөң биштән бер өлөшөн, шулай уҡ республика ауыл хужалығы продукцияһының дөйөм күләмендә 10 процент самаһы ит һәм һөт етештергән.
2024 йылда хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына булышлыҡ итеү программаларын тормошҡа ашырыуға 422 миллион һумдан ашыу сумма ҡаралған. Шуның яҡынса 300 миллион һумы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектының “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.
Яңы эш йүнәлештәре иҫәбендә вице-премьер агротуризмға булышлыҡ итеүҙе атаны. Быйыл уны үҫтереүгә яҡынса 60 миллион һум аҡса бүленгән. 2024 йылда был сегментта 16 мең турист көтөлә, ә 2025 йылда туристар ағымы күрһәткесе икеләтә артырға тейеш.
Ауыл хужалығы кооперацияһы үҫештең тотороҡло динамикаһын күрһәтә. Был йүнәлеш буйынса Башҡортостан Рәсәй лидерҙары иҫәбенә инә. Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары һаны биш йылда – 1,3 тапҡырға, ә пайсылар һаны ике тапҡырҙан ашыуға артҡан. Республикала бөтәһе 445 ауыл хужалығы кооперативы эшләй, шуларҙың 259-ы ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү менән шөғөлләнә. Улар эшкәрткән сеймалдың күләме 110 мең тоннаға етте. Әҙер тауарҙарҙы федераль һәм төбәк селтәрҙәренең 2,5 меңдән ашыу сауҙа нөктәһендә, шулай уҡ яҡында урынлашҡан магазиндарҙа һаталар.
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙе үҫтереү тураһында айырым доклад әҙерләргә ҡушты.
– Әлегә ошо йәһәттән билдәләнгән бурыстарҙы үтәмәйбеҙ. Шуға күрә тағы ла нимә эшләй алыуыбыҙҙы тикшереү мөһим, – тине ул.
Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ урып йыйыу эштәренең барышы ла ҡаралды. 12 авгусҡа аграрийҙар 350 мең тонна самаһы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйып алған. Алдынғылар рәтендә – Стәрлетамаҡ, Ауырғазы һәм Дәүләкән райондары. Хужалыҡтар шулай уҡ ужым культураларын йыйыуҙы һәм мал аҙығы әҙерләүҙе дауам итә.
Тупраҡтың артыҡ дымланыуы арҡаһында был аҙнала ғәҙәттән тыш хәл индереү тураһында документтар әҙерләргә ниәтләйҙәр, тип билдәләне төбәк вице-премьеры – ауыл хужалығы министры. Был агрокредиттарҙың, льготалы лизингтың оҙайтылыуы һәм страховкалау компаниялары менән эшләү өсөн кәрәк.
Башҡортостан Башлығы ауыл халҡына урып йыйыу кампанияһының уңышлы тамамланыуын теләне.
– Әлегә беҙ хәлде киҫкенләштермәйбеҙ. Ғәҙәттән тыш хәл иғлан итәбеҙ, ләкин барыһы ла яҡшы булыр тип ышанабыҙ, - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.