Иҡтисад
13 Августа 2024, 01:00

Өс секциялы трамвайҙа елдерәсәкбеҙ

Былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө өсөн 60 яңы трамвай һатып алыу хаҡында белдергәйне. 

Өс секциялы трамвайҙа елдерәсәкбеҙӨс секциялы трамвайҙа елдерәсәкбеҙ
Өс секциялы трамвайҙа елдерәсәкбеҙ

Өфөгә өс секциялы 71-414 (Pesa) моделендәге тәүге трамвайҙар килде. Был башланғысты тормошҡа ашырыу республика етәкселегенең Мәскәү Хөкүмәте менән килешеүҙәре һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

– Баш ҡала мэры Сергей Собянин менән уның урынбаҫары Максим Ликсутовҡа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт. Тағы ла 20 вагон әҙер, улар быйыл беҙгә килеп етәсәк. Трамвай паркының бындай яңырыуы халҡыбыҙ өсөн уңайлы хәрәкәт итеү шарттарын тыуҙыра. Улар һыйҙырышлы (60 ултырыу урыны), түбән иҙәнле һәм кондиционер менән йыһазландырылған. Әҙерлек эштәренән һуң трамвайҙы 5-се маршрутҡа ебәрәбеҙ, – тигән яңылыҡты еткерҙеләр Өфө ҡала хакимиәтенән. 

Мәғлүм булыуынса, былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө өсөн 60 яңы трамвай һатып алыу хаҡында белдергәйне. Был хаҡта ул БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәлә әйтте.

Република етәксеһе белдереүенсә, транспорт реформаһы алдағы йылдарҙа ла дауам итәсәк. Әйтәйек, алдағы йылдарҙа Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә 40 саҡрым самаһы трамвай юлын ремонтлау башланасаҡ.

ФЕКЕР

Альберт УСМАНОВ:  

– Төньяҡты көньяҡ менән тоташтырырға теләмәйҙәрме? Был мотлаҡ кәрәкТрамвайҙар мартшруты Черниковканан Пушкин урамына тиклем, пассажирҙар береһенән икенсеһенә күсеп ултырмайынса, булырға тейеш. Был трамвайға ихтыяжды арттырасаҡ.

Фото: https://t.me/ratmirmavliev/4743.

Өс секциялы трамвайҙа елдерәсәкбеҙ
Өс секциялы трамвайҙа елдерәсәкбеҙ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас